

Башҡортостандың мәҙәниәт, мәғариф һәм фән министрлыҡтары, Милли әҙәбиәт музейы «Мәжит Ғафури – XXI быуат»
мәҙәниәт фонды төбәк йәмәғәт ойошмаһы менән берлектә ойошторолған «Мәжит Ғафуриҙы уҡыйбыҙ-2026» халыҡ-ара конкурсын үт-
кәргәйне. Уның еңеүселәре араһында Бөрйән районы Исламбай мәктәбенән «Йәншишмә» гәзитенә яҙылып, велосипед
отҡан игеҙәк ҡыҙҙарҙың береһе – дүртенсене тамамлаған Әлфинә Ғәлиуллина ла бар.
– Бер ай эсендә ярыштарҙа Башҡортостандың 16 районынан һәм 7 ҡалаһынан, Ҡурған өлкәһенән һәм Сорғоттан 144 кеше һынау тотто. Иң әүҙем ҡатнашыусылар – Ғафури, Туймазы, Салауат, Иглин һәм Күгәрсен райондарынан. Әлфинә II урын алды. Тырыш уҡыусымды ҡотлайым, артабан да уңыштар теләйем, – ти уның етәксеһе Раушания Хәйбрахман ҡыҙы Ғәлиуллина.