

Бүләкләнеүселәр араһында таныш йөҙҙәрҙе күреп ҡыуандыҡ. Еңеүселәрҙе һәм призёрҙарҙы Өфө фән һәм технологиялар университеты профессоры, башҡорт филологияһы, шәрҡиәт һәм журналистика факультеты деканы Гөлфирә Риф ҡыҙы Абдуллина ҡотланы, ихлас теләктәрен еткерҙе. Иң-иңдәрҙе үҙҙәренә уҡырға килергә лә саҡырҙы ул.
Рәсәйҙең 72 төбәгендә туған телдәр буйынса үткәрелгән был сараның әһәмиәте сикһеҙ ҙур. Ул һәләтле балаларға үҙ белемен күрһәтергә тура юл аса. Ил кимәлендәге олимпиаданың масштабы, географияһы ла йылдан-йыл киңәйә бара. Биш йыл элек, башланып торған саҡта, унда республиканан һәм күрше төбәктәрҙән 300-ләп уҡыусы белемен һынаһа, быйыл онлайн этапҡа ғына ла 800-гә яҡын ҡатнашыусынан яуап алынған. Федераль олимпиада ике этапта үтте. Беренсеһе – һайлап алыу туры дистанцион рәүештә Аммосов исемендәге Төньяҡ-көнсығыш федераль университеты платформаһында ойошторолдо. Өфө фән һәм технологиялар университетында уҙған йомғаҡлау этабына 346 уҡыусы саҡырылды. Уларҙың 80-е еңеүселәр ине.
– Тәүгеләрҙән булып ҡушылдыҡ был федераль олимпиаданы үткәреүгә. Унда ҡатнашыусылар һаны артҡандан-арта бара.. Өфө фән һәм технологиялар университетында олимпиада еңеүселәре һәм призлы урын яулаусылар өсөн бүләк рәүешендә бик матур һәм ылыҡтырғыс шарттар ҡаралған: «Филология» һәм «Педагогия» йүнәлештәренә имтиханһыҙ уҡырға инеү һәм йыл дауамында айына 60 000 һум стипендия алып уҡыу. Шулай уҡ был студенттарыбыҙ ҡунаҡхана тибындағы дөйөм ятаҡта ике кешелек бүлмәлә йәшәүгә хоҡуҡлы. Еңеүселәрҙе ихлас күңелдән ҡотлайбыҙ, уларҙы әҙерләгән уҡытыусыларыбыҙға рәхмәтебеҙ сикһеҙ! – тине Гөлфирә Риф ҡыҙы.
Байрам йыр-моң менән үрелеп барҙы. Башҡорт-ҡытай бүлеге студенты, «Урал батыр» эпосын яттан һөйләүселәр төбәк-ара конкурсы еңеүсеһе, үҙе лә былтырғы федераль олимпиада еңеүсеһе булған Миләүшә Дусиева эпостан өҙөк һөйләп ишеттерҙе. Ә II курс башҡорт-инглиз төркөмө студенты Юлай Әбсәмов ҡурай моңдарын бүләк итһә, III курстан Әлиә Йәнбирҙина «Төш бейергә йыры» менән һәр кемде дәртләндерҙе.
Тантанаға килгән уҡыусылар менән һөйләшәбеҙ.
Әбйәлил районы Асҡарҙағы Таһир Күсимов исемендәге гимназияһынан VIII «Ш»шайморатовсылар синыфынан Нурзилә Ғәлиуллина, Гөлиә Иғдисамова һәм IX cиныфтан Диана Аҡназарова менән танышабыҙ.
Уҡытыусыбыҙ Альбина Ринат ҡыҙы Мулләхмәтова менән беҙ олимпиадаға ентекле әҙерләндек. Күп әҙәби әҫәрҙәрҙе уҡып, анализлап сыҡтыҡ. Һәр эштә лә тырышлыҡ, маҡсат ҡуйыу кәрәк, – ти улар.
– Азалия апайым да ошо олимпиадала ҡатнашҡан ине, ике йыл рәттән призёр булды һәм мин дә дәртләнеп киттем, – тип йылмая Нурзилә. Әйткәндәй, был бәйгелә Диана еңеүсе исемен алһа, ҡалған ҡыҙҙар III дәрәжә диплом менән бүләкләнде. Гөлиә беҙҙең гәзиткә лә матур мәҡәләләр ҙә ебәреп тора.
Тағы бер дуҫыбыҙ – Бөрйән районынан Абдулла Ҡаһармановты ла күреп һөйөндөк. Ул гәзитебеҙҙең «Яҙыл да бүләк от!» уйынында ҡатнашып, сымһыҙ ҡолаҡсын отҡайны. Бүләгебеҙҙе тапшырҙыҡ, әйткәндәй әле лә квитанцияларығыҙҙы ебәрә алаһығыҙ. Уҡытыусылары Резеда Ғәйзулла ҡыҙы Сәғитова ла уҡыусыһының ла әүҙем, ярҙамсыл булыуын билдәләне. Абдулла бейергә лә ярата, спорт менән дә дуҫ икән. Һәр сарала алып барыусы ла. Һәләтле егет башҡорт телен яратып уҡый.
Өфө урамдарынан шат йылмайып, миҙал таҡҡан уҡыусылар килә. Уларға ҡарап һоҡландыҡ, ғорурландыҡ.
Үҙ телендә иркен һөйләшкән, халҡыбыҙҙың йыр-моңдарын белгән, тарихын үҙләштергән, ынйылай балҡып торған ошо уҡыусыларыбыҙ киләсәктә республикабыҙҙың алдынғы йәштәре булыр, телебеҙ, тарихыбыҙ, мәҙәниәтебеҙҙе үҫтереү, уны киң даирәлә танытыу өсөн үҙ көсөн йәлләмәҫ һәм тырышлығын һалыр, тип ышанабыҙ.