

– Әле 7 – 8 йәшлек сағында уҡ мине аш-һыу бүлмәһенән ҡыуып тигәндәй сығарып, үҙе бешеренеп ҡарай башланы. Тәүҙәрәк еңелерәк ризыҡ, мәҫәлән, ҡыҙҙырылған йомортҡа әҙерләһә, хәҙер печеньеға тиклем бешерә белә, – ти әсәһе Гөлнара Наил ҡыҙы.
«Милли ризыҡ» рубрикаһына Әмир сүпрәле ҡоймаҡ рецебын тәҡдим итә. Ҡоймаҡты беҙҙең эраға тиклем V быуатта уҡ гректар бешерә белгән, имеш. Шулай ҙа беҙ уны, урыҫ кухняһына ҡарай, тип иҫәпләргә күнеккәнбеҙ.
1 стакан он, 1 стакан һөт, 2 йомортҡа, 1-2 аш ҡалағы шәкәр, 1 балғалаҡ сүпрә, тоҙ һәм 1 аш ҡалағы май алына. Тәүҙә 3-4 ҡалаҡ ондо, йылы hөттө, сүпрәне һәм шәкәрҙе ҡушып, әсетке әҙерләйбеҙ. Күпереп сыҡҡансы – яҡынса 10 минут көтәбеҙ. Инде ҡалған ингредиенттарҙы өҫтәргә мөмкин. Үҙегеҙгә оҡшағанса ҡуйыраҡ йә шыйығыраҡ та итергә була. 1 сәғәткә йылы урынға ҡуйып ҡабартабыҙ. Майлы табала ҡыҙҙырырға ғына ҡалды. Ҡоймағығыҙ тәмле булһын!