+18 °С
Ясно
VKOKМакс
Бәйгеләр
30 Июля , 10:54

Нөгөштә лә булдыҡ

Йәйге каникулды мин Баймаҡ районында үткәрәм. Бында ҡартәсәйем һәм ике ҡартатайым йәшәй.

Нөгөштә лә булдыҡНөгөштә лә булдыҡ
Нөгөштә лә булдыҡ

Уларҙың йорт ихатаһы ҙур. Тик ятып булмай бит инде. Иртәнсәк торам да өйҙә ярҙамлаша башлайым. Тауыҡтарға, өйрәктәргә ем бирәм. Баҡсала ла эш күп – сүп утайбыҙ, еләк-емеш йыябыҙ.
Ә бына бер көн Мәләүез районындағы Нөгөш йылғаһына ял итергә киттек. Ныҡ йыраҡ түгел, машинала өс сәғәттәй барҙыҡ. Ундағы һыу таҙа, үтә лә йылы! Мин рәхәтләнеп һыуға сумдым, катерҙа йөҙ­ҙөм. Көҙ еткәс, ошо көндәрҙе һа­ғынып иҫкә алырмын.

Йәсминә ЛОҠМАНОВА.
Өфө ҡалаһы,
Фатима Мостафина исемендәге
20-се башҡорт гимназияһы.

Нөгөштә лә булдыҡ
Нөгөштә лә булдыҡ
Нөгөштә лә булдыҡ
Автор:Лилия Мавлетова
Читайте нас