Конкурс ике номинацияла барасаҡ:
- Шиғыр һөйләүселәр ярышы. Шағирәнең бер шиғырын ятларға һәм һөйләп видеоға яҙҙырырға кәрәк. Артислыҡ һәләте, тексты белеү, дикция баһалана. Видеоның сифаты һәм тауышы ла мөһим! Шиғырҙың атамаһын, башҡарыусының исем-фамилияһын, ҡайҙанлығын, мәктәбен һәм синыфын яҙырға онотмағыҙ. Етәксеһен дә күрһәтә алаһығыҙ. Ҡатнашыусының телефон номеры булыуы мотлаҡ.
- Һүрәттәр конкурсы. Зөһрә Ҡотлогилдина шиғырҙарына иллюстрациялар ҡабул ителә. Шиғырҙың атамаһы, башҡарыусының исем-фамилияһы, район-ҡалаһы, мәктәбе, синыфы һәм телефоны күрһәтелеү – мотлаҡ шарт. Етәксеһе булһа, исем-шәрифен яҙырға онотмағыҙ.
Еңеүселәрҙең һаны ҡатнашыусылар күплегенә ҡарап билдәләнә. Маҡтау ҡағыҙҙары, Зөһрә Ҡотлогилдинаның автографлы китаптары әҙерләнә. Конкурс октябргә тиклем бара. Әйҙәгеҙ, дуҫтар, башланыҡ!