-4 °С
Ясно
VKOKМакс
Бәйгеләр
8 Сентября , 05:55

Иғтибар: конкурс!

Йәш рәссамдар өсөн Бөтә Рәсәй "Ҡулланыусылар ышанысы" тигән һүрәттәр конкурсы уҙа. Уның темаһы - "Хәүефһеҙ тауарҙар. Икеләнмәүсе ҡулланыусылар". Ойоштороусыһы - Милли сифат институты.

Добавить в предпочтительные источники Google
Иғтибар: конкурс!Иғтибар: конкурс!
Иғтибар: конкурс!

Конкурс 4-14 йәшлек балаларға сифатлы тауарҙарҙы аңлы һайлау, ҡулланыусылар хоҡуҡтарын белеү һәм яуаплы ҡулланыу мәҙәниәте тураһында уңайлы һәм ижади формала еткерергә саҡыра. Йәш ҡатнашыусылар сәнғәт аша көнкүрештәге хәүефһеҙлекте күрһәтергә тейеш — аҙыҡ-түлектән башлап уйынсыҡтарға тиклем.

Эштәр 2026 йылдың 1 сентябренән 15 октябренә тиклем ҡабул ителә.

Йомғаҡ яһау һәм бүләкләү тантанаһы 2026 йылдың 12 ноябрендә була.

Ҡатнашыу шарттары:
Конкурсҡа 4-тән 14 йәшкә тиклемге балалар саҡырыла. Жюри баһалауы өсөн А3 форматынан ҙур булмаған, теләһә ниндәй техникала (акварель, гуашь, ҡәләм, фломастерҙар йәки ҡатнаш техникалар) эшләнгән рәсемдәр ҡабул ителә. Ойоштороусылар ҡәтғи сикләү ҡуйған: бер ҡатнашыусы тик бер генә эш ебәрә ала.

Ҡатнашыу өсөн рәсемдең фотоһүрәтен йәки скан-күсермәһен ғариза менән бергә түбәндәге электрон почтаға ебәрергә кәрәк:
info@doverie-potrebitelei.ru

 Хатығыҙҙа мотлаҡ күрһәтелергә тейеш:

- авторҙың фамилияһы, исеме һәм атаһының исеме;
- ҡатнашыусының йәше;
- эштең атамаһы.

Конкурстың тулы шарттары конкурстың положениеһында: https://национальный-конкурс.рф/shablondlyaformspromoaktsiey/

Иң яҡшы эштәр I, II, III дәрәжә еңеүселәр дипломдары менән билдәләнә, шулай уҡ Милли сифат институтының махсус бүләктәре тапшырыла.

Лауреаттарҙың рәсемдәре һанлы күргәҙмәгә инәсәк, улар ҡулланыусылар хоҡуҡтарын яҡлауға арналған федераль мәғлүмәт ресурстарында күрһәтеләсәк.

Фото: ya.ru.

Автор:Эльвира Әсәҙуллина
Читайте нас