

2 йомортҡа, 2 стакан һөт, ярты татлы борос, туралған петрушка, 1 стакан ярым он, тоҙ, борос алына. Эслеккә сыр кәрәк була.
Барыһын бергә болғап, ғәҙәти ҡоймаҡ кеүек береһен ҡыҙҙырып алабыҙ. Инде яртыһына ҡырылған сыр һалып, икенсе яртыһы менән ябып ҡыҙҙырырға ҡалды. Әҙер ҡоймаҡты аҡ май менән майларға ла була.