

Ижади бәйгене «Йәншишмә» гәзитенең макстағы каналында ойошторабыҙ. Һеҙгә бары тик яҡындарығыҙ менән төшкән фотоһүрәтте гәзиттең төркөмөнә, йә почтаһына ебәрергә кәрәк буласаҡ. Үҙегеҙҙең исем-шәрифегеҙҙе, ҡайҙан булыуығыҙҙы һәм нисәнсе синыфта уҡыуығыҙҙы күрһәтергә онотмағыҙ. Ә инде төп шарт – «Йәншишмә» гәзитенең макстағы каналына ҡушылыу: ошонда ул, бар фотолар шунда ҡуйыласаҡ. Бәйге 1 октябргә тиклем дауам итә. Еңеүселәрҙе ике төрлө юл менән билдәләйәсәкбеҙ: береһен редакция һайлаһа, икенсеһен тауыш биреү ярҙамында асыҡларбыҙ. Барлыҡ ҡатнашыусыларға ла гәзиттең Маҡтау ҡағыҙы ебәреләсәк. Иң-иңдәрҙе бүләк көтә.
Фото: https://pin.it/5TwK7jq1O