

Ул утын ярып торҙо, ә мин әҙер утындарҙы арбаға һалып, ташып өйҙөм.
Атайым Илфат Хөсәйен улы үҙ ғүмерен техникаға бағышлаған. Башҡортостаныбыҙҙың баҫыуҙарын комбайн менән арҡыры-буй гиҙгән кеше ул. Ниндәй генә техникала һәм ҡайҙа ғына эшләһә лә, һәр саҡ маҡтаулы урында булды. Әлеге көндә үҙ районыбыҙҙың алдынғы хужалығы «Урожай»ҙа трактор менән ер эшкәртә. Уның эштән ҡайтҡанын һағынып көтөп алабыҙ. Ныҡ арып ҡайтһа ла, хәлебеҙҙе һорап, беҙҙең менән ихлас һөйләшеп алырға һәр ваҡыт таба. Биш ҡыҙы һәм ике ейәне өсөн өҙөлөп тора.
Атайыбыҙға эшендә уңыштар, һаулыҡ, оҙон ғүмер теләп, йылы һүҙҙәребеҙҙе һәр саҡ әйтеп торабыҙ. Атай, һине менән ныҡ ғорурланабыҙ.
Асия ӘСФӘНДИӘРОВА, йәш хәбәрсе.
Ауырғазы районы, Рәшит Назаров исемендәге Талбазы башҡорт гимназияһы.