

Ҡәҙерлебеҙ беҙҙең өсөн донъянының төрлө ҡыҙыҡлы һәм фәһемле яҡтарын аса, төрлө йөкмәткеле сәйәхәттәргә алып бара, белмәгәндәребеҙҙе өйрәтә һәм бар яҡлап ярҙам итә. Беҙ һәр ваҡыт бергәләп эшләйбеҙ, бергәләп был донъяны беләбеҙ, бәләкәй һәм ҙур еңеүҙәребеҙгә шатланабыҙ.
Уның менән һәр саҡ ҡыҙыҡ, һәр юлыбыҙ мауыҡтырғыс. Үҙебеҙгә осраған ауырлыҡты еңеп сығырға тырышабыҙ. Сөнки беҙҙе атайым шулай тәрбиәләй. Үҙ-үҙеңә ышанырға һәм бер ҡасан да ярты юлда туҡтап ҡалмаҫҡа өйрәтә. Атайым менән ғорурланабыҙ.
Нияз СӘЙЕТБАТТАЛОВ, I синыф уҡыусыһы.
Ауырғазы районы, Рәшит Назаров исемендәге Талбазы башҡорт гимназияһы.