-3 °С
Облачно
VKOKМакс
Бәйгеләр
23 Октября , 08:45

Мәҙинә лә - еңеүсе

Фатима Мостафина исемендәге 20-се башҡорт гимназияһының IV синыф уҡыусыһы Мәҙинә Юлбирҙина ла "Донъя - изгелек буяуҙары менән" һүрәттәр конкурсында ҡатнашты.

Добавить в предпочтительные источники Google
Мәҙинә лә - еңеүсеМәҙинә лә - еңеүсе
Мәҙинә лә - еңеүсе

Рәсем бик оҡшаны беҙгә, Мәҙинә еңеүселәрҙең береһе булды. Бүләген гимназияға алып барып тапшырырға ҡарар иттек.

Егерменселәр беҙҙе бик матур ҡаршы алды. "Дан" һәм "Алтынсәс" фольклор ансамблдәре бар икән, етәкселәре - Ләйсән Юлбирҙина. Төрлө музыка ҡоралдарында уйнап сығыш яһаны балалар. Һуңынан Ләйсән Ишмырҙа ҡыҙы викторина үткәрҙе, ә беҙ иң әүҙем балаларға бүләктәр тапшырҙыҡ. 

Гәзитебеҙ тарихына һәм бөгөнгөһөнә арналған презентация ҙур ҡыҙыҡһыныу уятты, балалар һорауҙар яуҙырҙы, хатта директор Шайморат Азамат улы үҙе лә осрашыуыбыҙҙа әүҙем ҡатнашты. Киләсәктә лә бергә булырға, гәзит алдырырға һүҙ биреп оҙатып ҡалдылар, рәхмәт!

Мәҙинә лә - еңеүсе
Мәҙинә лә - еңеүсе
Мәҙинә лә - еңеүсе
Автор:Лилия Мавлетова
Читайте нас