Ә миңә, ул көн яҡынлашҡан һайын атайым иҫемә төшә. Сөнки бәләкәйҙән үк 8 Марттың йәмен дә, тәмен дә татытып үҫтерҙе.
Беҙ бәләкәй саҡта ауыл балаларына алма тигән ризыҡ айына түгел, бәлки, йылына бер тапҡыр ғына тәтегәндәр әле. Сөнки магазинда көнкүреш өсөн кәрәкле тауарҙар ғына һатыла ине, ә емеш-еләк кеүек тәм-томдар бик һирәк килде, уныһы ла күп кешегә етмәй ҙә ҡала. Был ни өсөн һүҙҙе алманан башланы икән, тиһегеҙҙер?
...Яҙ ҡояшы иркәләп, битемдән һыйпап ҡына уятты. Күҙемде асып ебәрһәм, йоҡлаған мендәрем өҫтөндә ҡып-ҡыҙыл ике алма тәгәрәп ята. Йоҡо аралаш аңламайынса, аптырап та киттем. Кисә магазинға тауар килмәгәйне, шикелле. "Әллә таң менән беҙгә ҡаланан берәй ҡунаҡ ҡайттымы икән?" Шуныһы ла ҡыҙыҡ булды, тышта – ап-аҡ ҡар, ә минең мендәрҙә – янып торған, кып-ҡыҙыл һутлыҡайҙар. Икенсе бүлмәнән өләсәйем килеп сыҡты ла:
- Ҡыҙым, хәйерле иртә! Байрам менән һине, балам!
- 8 Март – ҡатын-ҡыҙҙар көнө бит бөгөн. Бына, күрәһеңме, һиңә атайың тәмле генә бүләк тә ҡалдырҙы.
- Бүләк, миңәме? Уй-йй, күҙҙең яуын алып торалар, хатта ашарға ла йәл. Атайым ҡайҙан алды икән быларҙы?
Ана шул ваҡыттан башлап, 8 Март байрамы барлығын белдем. Ошондай яҙғы иртәләр йыл һайын ҡабатланды. Көндөң ниндәй булыуына ҡарамаҫтан, буранмы, һыуыҡмы, ҡояшлымы, һәр саҡ баш осомда таң менән ҡыҙыл алмалар ҡаршыланы. Уларҙың һаны берәү йә икәү булды. Ҡайҙан, нисек тәмлекәстәрҙең унда килеп ятыуы минең өсөн әлегә тиклем билдәһеҙ. Сөнки атайым бер ваҡытта ла бының серен сисмәне.
Ҡәҙерлем күптән был донъяла юҡ инде, әммә уның шул тиклем иғтибарлы булыуы хәтеремдә ныҡ уйылып ҡалған. Ул ваҡытта тиҫтерҙәрем араһында иң шәп бүләк, әлбиттә, минеке булғандыр? Шуғалырмы, 8 март көндө өҫтәлдәге емеш һауытыма өйәләмә итеп ҡыҙыл алмалар ултыртырға яратам. Сөнки әле булһа, мендәр өҫтөндәге һутлыҡайҙарҙы һағынам.