Ә бит унан һуң 45 йыллап ғүмер уҙған. Пионер ойошмаһына инергә әҙерләнеп, уның ҡағиҙәләрен өйрәнеп, тик «бишле»ләр генә алырға тырышып, ҡанатланып йөрөгән уҡыу йылдары оноторлоҡмо һуң?!
Бына иң тулҡынландырғыс минуттар. Бер һүҙен дә яңылышмаҫҡа тырышып, тантаналы вәғәҙә бирәбеҙ. Йөрәктәр дөпөлдәй. Үҙе лә галстуклы, өлгөлө тәртибе һәм яҡшы уҡыуы менән бөтә мәктәпкә билдәле булған өлкән синыф уҡыусыһы йәки пионервожатый һиңә ҡыҙыл галстук бәйләй. Бөтә зал гөлтләп тоҡанып киткәндәй була. Һаҡ ҡына галстуктарыбыҙға ҡағылабыҙ. Тантаналы линейка бөткәс, атай-әсәйҙәребеҙҙе шатландырырға өйгә йүгерәбеҙ. Улар арҡабыҙҙан ҡағып ярата, изге теләктәр теләй.
Уҡыу йылдары һиҙҙермәй генә артта ҡала. Беҙ инде үҙебеҙҙән кескәйҙәргә һәр яҡлап өлгө булырға тырышып йөрөгән өлкән пионерҙар.
Башланғыс мәктәпте тамамлағас, беҙ күрше Салауат ауылында уҡый башланыҡ. Ара – 2 – 3 саҡрым. Уҡыуға төркөм-төркөм булып йәйәү барабыҙ, ҡайтабыҙ. Беҙгә көн һайын көйәнтәгә оло биҙрәләр элеп һыу ташыған бер әбей тап була. Уға ярҙамға ашығабыҙ. Дәреслектәр тулы сумаҙаныбыҙҙы иптәшебеҙгә тоттороп, бер көн беребеҙ, икенсе көн икенсебеҙ инәйҙең көйәнтәһен үҙ яурыныбыҙға һалып, һыуын ҡапҡаһына тиклем алып барып ҡуя инек. Әбейҙең ысын күңелдән әйткән рәхмәт һүҙҙәре беҙгә көнө буйы шатланып йөрөргә көс бирә.
Дәрестәр башланыр алдынан изге эштәребеҙ тураһында синыф алдында отчёт биреп, тағы ниндәй яҡшы эштәр башҡарырға була тип кәңәшләшеп тә ала торғайныҡ.
Герой-пионерҙар тураһында уҡып, уларға оҡшарға тырышып йөрөүҙәр, тимурсылар командаһының ҡарт-ҡороларға ярҙамы, тимер һыныҡтары йыйып тапшырыу, 19 майҙа гөрләп үткән пионер слёттары – барыһын-барыһын һанап бөтөрлөк тә түгел.
Эйе, оноторлоҡ түгел шул өйҙә лә, урамда ла, мәктәптә лә бик яҡшы эштәр генә эшләп йөрөгән пионер ваҡыттар. Беҙ ҡыҙыл галстукка ла, тантаналы вәғәҙәбеҙгә лә тап төшөрмәнек.
педагогик хеҙмәт ветераны.