-3 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Бала саҡ хәтирәләре
16 Август 2021, 14:00

Коля – башҡортса, беҙ урыҫса өйрәндек

Икенсе синыфта урыҫ телен өйрәнә башланыҡ.

Коля – башҡортса, беҙ урыҫса өйрәндек
Коля – башҡортса, беҙ урыҫса өйрәндек

Көндәлек тормошта урыҫса аралашмағас, әлеге дәрес беҙгә бик ауыр бирелде. Ни эргәлә ят телде өйрәтерлек өлкәндәр булманы. Өләсәйем «С», «Р» хәрефтәрен танып, «СССР» тигән һүҙҙе генә уҡый белә ине.
Өсөнсөгә күскән йәйҙә ауылыбыҙға Әүжәндән бер ғаилә күсеп килде. Урыҫтар. Коля исемле беҙгә тиңдәш малайҙары ла бар. Ул тәүҙә беҙҙеңсә бер һүҙ аңламаһа ла, көҙ етеүгә башҡортса шартлатып һөйләшә башланы. Коляның зирәклегенә бик ғәжәпләндек. Һуңынан хикмәтен әйтте: каникул осоронда ул күпләп башҡортса китаптар уҡыған, беҙҙе лә иғтибар менән тыңлап йөрөгән.
Тегенең башҡортса шәп белеүе йәтеш булды. Беҙ, урыҫса белмәгәс, клубта ҡараған киноның йөкмәткеһен, унда нәмә һөйләшкәндәрен һис аңламайбыҙ. Иртәгеһен һыу инеп, ҡыҙынып ятҡанда Колянан шул картинаның эстәлеген һөйләтәбеҙ. Ул иренмәй, еренә еткереп, теләгебеҙҙе үтәй. Аҙаҡ фильм барған ваҡытта уҡ тәржемәләп ултыра башланы. Коляға һоҡланыуыбыҙ арт­ҡандан артты.
Өсөнсөлә уҡығанда уҡытыусыбыҙ Абдулхаҡ ағай урыҫса тексты башҡортсаға тәржемә итергә өйрәтте. Телде апаруҡ аңлай башлағайныҡ инде. Шунда әллә кем булып был хаҡта Коляға ла әйттек. Хатта тексты тәржемәләп күрһәттек. Үҙебеҙсә Коля алдында һынау тотоу булды.
Беҙҙең яҡшы һөҙөмтәне белгәс, ул бик ҡыуанды. «Хәҙер киноны тәржемәләп ултырмаҫмын инде. Юғиһә, тел талып бөтә ине», – тип мәрәкәләп тә алды.

Юнир САЛАУАТОВ.

Автор:Дилара Арсаева
Читайте нас: