-4 °С
Болотло
VKOKTelegram
Бөтә яңылыҡтар
Бала саҡ хәтирәләре
18 Август 2021, 13:30

Мин дә урыҫса беләм

Икенсе синыфты тамамланым. Матур йәй ваҡыты башланды.

Мин дә урыҫса беләм
Мин дә урыҫса беләм

Мин бәләкәй бала түгелмен, ә атай, ағайҙарға тиң кешемен. Сөнки үҙебеҙҙең шәхси хужалыҡҡа яуаплымын.
Малдар беҙҙә ауылдан бик ситкә китә. Бер саҡ башмағыбыҙ көтөүҙән ҡайтманы. Иртәгеһенә уны эҙләргә киттем.
Ауылдан ете саҡрым тирәһе атлағанмындыр. Бер ваҡыт арбаларына ултырып китеп барған ирле-ҡатынлы ике кешене күреп ҡалдым. Туҡта, былар яңғыҙ йөрөгән башмаҡты күрмәнеләрме икән, тип һорарға булдым. Улар ҙа, мине күреп, аттарын борҙо. Бөтөнләй таныш түгелдәр. Урыҫтар, Әүжәндекеләр, ахыры.
– Здравствуй, шап малайка, как тебя зовут, чей малайка будешь? – тине ағай кеше.
Ҡатыны сумкаһынан сығарып миңә икмәк киҫәге һәм шешәгә тултырылған һөт бирҙе.
– Кушай, сынок, – тине апай.
Әйткәндәренең бер һүҙен дә аңламайым. Урыҫ телен тере кеше ауыҙынан беренсе тапҡыр ишетеүем.
Мине ашатып, тамаҡты туйҙырып алғас, ағай һүҙ башланы. Ул һөйләй, ә мин, ҡарға балаһы шикелле, ауыҙымды асып ҡарап тик торам. Ағай урыҫса аңламағанымды белеп ҡалды. Ул нимәлер аңлатып, ергә тубыҡланып атлап күр-һәтте. Барыбер аңламайым. Ике бармағын башына ҡуйып, һыйыр булып баҡырҙы. Ҡатыны ла, ергә дүрт аяҡлап баҫып, ире тирәһендә уралып-уралып йөрөп быҙау булып мөңрәне. Ағай аты янына барып һыйыр һауған һымаҡ итеп күрһәтте. Шунан шешәнән алып һөт эсте. Ошо хәрәкәттәрҙе күрһәткәс, уларҙың быҙауы менән һыйыр эҙләп йөрөгәндәрен төшөндөм.
Эйе, үҙем юл буйында быҙауын эйәрткән бер һыйырҙы күргәйнем. Тик шуны урыҫса әйтә белмәгәс, ике күҙемде төртөп күрһәттем дә теге тарафҡа барырға кәрәк тигәнде белдереп һелтәнем. Ағай аңламайыраҡ торғас, аты янына барып, ике мөгөҙ ҡуйып, һыйыр булып мөңрәнем. Сыбыртҡыһын алып, үҙемә ҡойроҡ итеп ҡуйып һыйыр һымаҡ уңлы-һуңлы һелтәп тә ебәрҙем. Ниһайәт, былар аңланы. Шатланып көлөп ебәрҙеләр. Улар тағы бер икмәк телеме биреп, арҡамдан һөйөп, арбаларына ултырып китеп барҙы.
Урыҫтар мине аңлағас, урыҫса һөйләшә беләм икән тип шатландым. Тамаҡ та туйғас, көс инеп китте. Шәп-шәп атлап, тағы ярты саҡрым тирәһе юл үттем. Һәм шунда кәбән төбөндә башмағыбыҙ торғанын күрҙем…

Юнир САЛАУАТОВ.

Читайте нас: