-3 °С
Ҡар
VKOKTelegram
Бөтә яңылыҡтар

Һуғыш онотолмай...

“Арт-Ҡоролтай” IV Мәҙәни форумы уңайынан Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театры сәхнәһендә “Һуғыш балалары. Хәтирәләр” спектакле күрһәтелде.

Һуғыш онотолмай...
Һуғыш онотолмай...

Уны “Табын” халыҡ ижады коллективы һәм “Күңел күҙе” инклюзив театры ҡуйҙы. Спектакль документаль факттарға нигеҙләнгән. Һуғыш осоро шарттарында йәшәүҙең нимә икәнен белгәндәрҙең ысын тарихтары сағыла унда.

“Ветерандарҙың хәтирәләре күрһәтелгән әҫәр ҡуйыу хыялы электән булды. Бала сағымда уҡ уларҙы тыңлап, күҙ алдымда буласаҡ постановканың картиналарын күргәндәй инем. Брянскиҙа гастролдәрҙә йөрөгәндә әҫәр идеяһы өлгөрөп етте: ҡалалағы музейҙа кәрәкле материалдар ҡулға эләкте. Спектаклгә 12 хәтирә инә. Тарихтар Башҡортостанда ғына түгел, Брянск, Белоруссиянан алынған ҡулъяҙмалар һәм документаль сығанаҡтарға нигеҙләнде”, – ти автор һәм режиссёр Илнур Лоҡманов. Сәхнәлә 10 йәштән 75 йәшкә тиклемге артистар уйнай. Спектаклде республиканың 35 районы тамашасыһы күргән дә инде. Был сик түгел, тип билдәләй артист. Ә бөгөнгө ҡуйылыш тифлокомментарийҙар булыуы менән үҙенсәлекле ине.

Фото: mgazeta.com, rcntrb.com.

Автор:Лилиә Фазлетдинова
Читайте нас: