+1 °С
Болотло
VKOKTelegramЕңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Бала саҡ хәтирәләре
28 Ғинуар , 14:46

“Ҡар иретеп эсә инек”

– Ул йылдарҙы ныҡ яҡшы хәтерләйем. Эйе, миңә 5 кенә йәш ине, әммә блокада ваҡыты иҫемдә иң уйылып ҡалған ҡурҡыныс мәлдәрҙең береһе булды, – тип башланы һүҙен 90 йәшлек Шакирә Ғәйбәҙулла ҡыҙы Бикбулатова.

“Ҡар иретеп эсә инек”
“Ҡар иретеп эсә инек”

Ленинград (хәҙерге Санкт-Петербург) ҡалаһы Бөйөк Ватан һуғышы осоронда фашистар ҡамауында ҡала. Күҙ алдына килтерегеҙ: ут юҡ, аҙыҡ-түлек юҡ, көнөнә йән башына 125 грамм әсе икмәк бирелә. Хатта эсәр һыу юҡ, ҡарҙы иретергә тура килә. Урам тулы мәйет, йыйып өлгөрмәйҙәр.

– Әсәйем менән атайым – Шишмә районынан, ә мин иһә Ленинградта тыуҙым. Улар заводта эшләне, беҙгә фатир ҙа бирҙеләр. Апайым минән 14 йәшкә ҙурыраҡ ине, ул тимер юлға эшкә урынлашты. Бик ныҡ бәхетле йәшәнек. Тик ҡәһәрле һуғыш барыһын да емерҙе...

Фин һуғышында ҡатнашҡан атайым был юлы бронь менән тороп ҡала алды. Ҡәҙерле кешеләрем хәлдәре булғансы эшкә йөрөнө, һуңынан атайым аслыҡтан хәлһеҙләнеп, бөтөнләй ятты. Бармаҡ башындай ғына һуңғы икмәген әсәйемә һуҙҙы ла: “Шакирәне үлтермә”, – тине. Үҙе янымда мәңгелеккә күҙҙәрен йомдо. Тик уның үлгәнен ике-өс көн мәйет йыйыусыларға әйтмәй торҙоҡ – атайым исеменә лә икмәк алып йөрөнөк... Заманы ауыр ине бит... Белһәләр, атырҙар ине, әлбиттә.

1943 йылда әсә ике ҡыҙы менән, рөхсәт алып, Ладога күленән үткән “ғүмер юлы” буйлап ҡаланан сыға һәм поезда Башҡортостанға юллана. Бер ай ҡайталар, юлда Шакирә инәйҙең апаһы юғала, ярай Шишмәгә иҫән-һау ғына алдан барып еткән була. Унда ла берәү ҙә ҡолас йәйеп көтөп тормай: аслыҡ хөкөм һөрә. Тиҙҙән йәш үлән баш ҡалҡыта, тамаҡ туйған һымаҡ булып ҡала. Ул арала әсә кеше үҙе сирләп китә – бәләкәй Шакирәнең пальтоһы менән ботинкаларын ҡаймаҡ менән йомортҡаға алмаштырып, ашатып терелтеп алалар. Әйткәндәй, Шакирә инәйҙең әсәһе лә, апаһы ла оҙон ғүмерле була.

Мәҡәләм геройы махсус белемде Өфөлә сауҙа техникумында ала һәм ғүмер буйы тиерлек һатыусы булып эшләй. Тимер юлы вокзалында ла тир түгә, хаҡлы ялға унан сыға. Тормош иптәше менән ике ҡыҙ үҫтерәләр. Ҙурына – 70, бәләкәйенә 56 йәш инде хәҙер. Ейән-ейәнсәрҙәре лә белем алып үҙ юлын тапҡан, биш бүлә-бүләсәре бар.

25 йыллап элек Шакирә инәй дингә баҫа, махсус белем ала. Кешеләргә оҙаҡ йылдар Ҡөрьән уҡырға йөрөй.

– Әсәйем уҡымышлы булды, ул китап аса белә ине. Шунда минең хаҡта гел, диндә буласаҡ, тигән яҙыу сыға ине. Үҙем ул саҡ ышанманым. Дөрөҫ булған бит! – ти инәй.

Йыл һайын ғинуар аҙағында Ленинград ҡалаһын блокаданан тулыһынса азат итеү көнө билдәләнә, ветерандарҙы ҡотлайҙар. Был юлы ла Шакирә инәйгә Өфө ҡалаһы Октябрь районы хакимиәте вәкиле Ләйсән Зәйнетдинова, райондың Ветерандар советы рәйесе Евгений Стремоухов, уның урынбаҫары Гөлшат Насенник бүләктәр менән килгәйне. Улар артынса уҡ ишектә 155-се лицей уҡыусылары күренде. VI “А” синыфына Ленинград блокадаһы ветераны менән осрашыуҙы директорҙың тәрбиә буйынса кәңәшсеһе Ләйсән Карпова ойошторған. Балалар Шакирә Ғәйбәҙулла ҡыҙының һөйләгәнен аптырап та, уйланып та тыңланы. Эйе, инәй әйтмешләй, башҡа бындай ваҡиғалар ҡабатланмаһын ине.

Автор фотолары.

 

“Ҡар иретеп эсә инек”
“Ҡар иретеп эсә инек”
“Ҡар иретеп эсә инек”
“Ҡар иретеп эсә инек”
Автор: Лилиә Фазлетдинова
Читайте нас