Мансур Харис улы ун биш йыллап инде теплицала ҡыяр үҫтерә. Утын-маҙарҙы көҙҙән әҙерләп ҡуйһа, яҙға әҙерлекте Яңы йыл байрамы үтеү менән башлай икән. Тәүҙә орлоҡ, теплицаны ҡаплар өсөн плёнка хәстәрләй. Ҡышҡы оҙон кистәрҙә плёнканы ҡатлап үтек менән йәбештерә. Унан инде теплица урынын ҡарҙан әрсеп, уны көпләп ҡуя. Артабан мейесенә ут яғып, ерҙе йылыта, түтәлдәр эшләүгә күсә. Йыл һайын төрлө ысул менән сәсеп ҡарай, ҡулайлы алымдар менән ҡыҙыҡһына. Теплицаһында, ҡыярҙан тыш, помидор, сәскә, хатта виноград үҫентеләре лә үҫә. Был эштәрҙең барыһын да яңғыҙ ғына атҡарып сығыу ауыр, шуға күрә ауылдаштары, күрше-тирәһе һәм туғандары ярҙамға килә. Март айы тыуыу менән өмә уҙғарып, теплицаһын ябыу эше менән мәшғүл.
Бына оҙаҡламай Мансур ағайҙың теплицаһында йәшел үҫентеләр морон төртөр... Алла бирһә, ауылдаштарын ҡыуандырып, Мансур ағайҙың егәрле ҡулдары менән етештерелгән ҡыярҙар һатыуға сығыр, район үҙәгенә лә барып етер. Иҫәнлек-һаулыҡта үҫтерергә, мул уңыштар алырға яҙһын һеҙгә, Мансур Харис улы!