+12 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Башҡорт эшҡыуары
14 Февраль , 10:00

Кескәйҙәрҙе ҡыуандырҙы

Арабыҙҙа изге күңелле кешеләр бар. Улар бының өсөн бер ниндәй ҙә хаҡ һорамай, һәр ваҡыт ярҙамға килергә әҙер. Беҙҙең Әбеш ауылынан сыҡҡан, хәҙерге көндә алыҫ Сорғот ҡалаһында йәшәүсе эшҡыуар Рита Фәйез ҡыҙы Маннанова ла маҡтауға лайыҡ.

Кескәйҙәрҙе ҡыуандырҙы
Кескәйҙәрҙе ҡыуандырҙы

Тыуған яғын бер ҙә онотмай. Ауыл мәсетен төҙөүҙә лә оло ярҙам күрһәтте.
Ә Яңы йыл байрамында Рита Фәйез ҡыҙы мәктәбебеҙҙең башланғыс синыф уҡыусыларын ҡыуандырҙы. Һәр береһенә матур бүләктәр, тәмле күс­тәнәстәр алып ебәргәйне. Кескәй­ҙәрҙең нисек һөйөнгәнен күрһәгеҙ!
Ауылдашыбыҙға бөтә мәктәп, ата-әсәләр исеменән рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ, барлыҡ эштәрендә уңыштар теләйбеҙ. Уның һымаҡ кешеләр Ер йөҙөндә күберәк булһын ине.


Айгөл ҠЫРҒЫҘБАЕВА,
уҡытыусы.
Хәйбулла районы, Әбеш мәктәбе.

Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас: