– Барыһы ла яҡшы. Аллаға шөкөр, мин дә Эльбрус тауының осона еттем. Тик беҙҙең командаға әҙерәк һауа торошо ҡамасауланы, әммә мин бирешергә теләмәнем. Үҙем дә хыялымдың тормошҡа ашыуына ышанып етмәйем әле. Миңә дәрт һәм илһам биреүсе ғаиләмә, туғандарыма, дуҫтарыма рәхмәт, – ти Сибай ҡыҙы Айгөл Миҙхәт ҡыҙы.
Әйткәндәй, үҙебеҙҙең ҡыйыу башҡорт ҡыҙы Айгөл Миҙхәт ҡыҙы быға тиклем дә Кавказдағы Казбек тауына күтәрелгәйне. Тауҙың бейеклеге – 5034 метр.
Афарин! Көслөләргә тауҙар буйһона, тигәндәй, ҡыйыу, ҡурҡыу белмәҫ, Айгөл Миҙхәт ҡыҙы менән һоҡланабыҙ!
Һеҙ – күптәргә өлгө!
Айгөл Миҙхәт ҡыҙын еңеүе менән ҡотлайбыҙ, уға уңыштар һәм һаулыҡ теләйбеҙ!