-23 °С
Болотло
VKOKTelegramЕңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар

Әбйәлил ҡыҙының Өфөлә үҙ эшен асҡаны

- Оҙаҡ ҡына Себерҙә  йәшәнем. Башҡортостанға кире күсеп ҡайтҡас, Өфөлә төпләндек. Таксист та, бухгалтер ҙа, маникюр оҫтаһы ла, ятаҡта комендант та булырға тура килде, - тип башланы һүҙен “Ризыҡ” хәләл аш-һыу һатыу нөктәһе хужабикәһе. #АгроВкомплексе #АгроинвесторБашкортостана #БашкирскоеЭтовкусноИполезно

Әбйәлил ҡыҙының Өфөлә үҙ эшен асҡаны
Әбйәлил ҡыҙының Өфөлә үҙ эшен асҡаны

Эйе, яҙмыш ҡайҙа ғына йөрөтмәй, нисек кенә һынамай кешене. Мәҡәләм геройы бер нисә йыл элек кенә үҙ эшен асҡан. Уға тиклем, үрҙә әйткәнсә, төрлө урында эшләргә, йәшәргә тура килгән. Аҡсаһы күберәк булыуын кем генә теләмәй? Был донъяға килеүен килгәс, уның рәхәтлеген дә күрге килә. Үҙе 9 балалы ғаиләлә тәрбиәләнгән Зөлхәмиҙә Шәрифйән ҡыҙын да бөтә нәмә әҙер генә көтөп тормай. Шуға ҡыҙ бәләкәйҙән киләсәктә етеш йәшәргә тигән маҡсат ҡуя. Гел генә, ҙурайғас бизнес асам, тип уйлар була.

Хыялдар тормошҡа аша ул. Өс ҡыҙ тәрбиәләүсе Зөлхәмиҙә апай иң бәләкәйе менән декрет ялында әле, төпсөктәренә тиҙҙән дүрт йәш тула. Тап ошо мәл уңайлы ғына тура килә үҙ эшен башлап ебәрергә - буш ваҡытында билмәндәр бөрөп, туғандарына, таныштарына интернеттағы төркөмдәр, чаттар аша тәҡдим итеп ҡарай. Алалар. Унда ла ҡыҙыҡ була әле: тәүге тапҡыр 2 килограмм билмәнгә заказ биргән клиент, ризыҡты ауыҙға ла алырлыҡ түгел бит, тип шылтырата. Баҡһаң, буласаҡ бизнесмен фаршҡа мул ғына итеп һарымһаҡ һалған икән. Трубканың теге осондағы апай, рецепт буйынса барыһы ла яҡшы, тик һарымһаҡ ҡына башҡа һалма, тауарың бынамын тигән үтәсәк, тип дәртләндерә. Ысынлап шулай була ла: яйлап клиенттар барлыҡҡа килә, етмәһә, бер магазин хужаһы күмәртәләп алырға теләк белдерә.

- Иртәгә иртә менән 10 килограмм билмән килтерергә ҡушһалар, төнө буйы бөрәм дә алып бара инем. Көндөҙ ял итәм дә кискеһен йәнә тотонам, - ти Зөлхәмиҙә Әйүпова. - Һуңыраҡ тағы бер магазин һораны, аҙаҡ әсәйемдең тыуған яғы - Салауат районынан ҡыҙыҡһындылар... Өфөләге “Аҡбуҙат” кафеһы менән дә эшләй башланым. Әлбиттә, уның өсөн шәхси эшҡыуар булып торҙом, бөтә документтарҙы йыйҙым, кәрәкле сертификаттар алдым.

Билмән менән генә хушһынмай эшҡыуар, мантыға ла тотона. Шулай хәләл ризыҡ төрҙәре етәүгә етә. Әле уларҙың барыһын да Аврора урамындағы “Ризыҡ” атамалы ҙур булмаған кафела алырға мөмкин. Бында маршрут водителдәре йыш инә. Инде барыһы менән дә туғанлашып бөттөк, тип йылмая ханым. Ярымфабрикаттарҙы яһап килтереп, ошонда бешерәләр, клиенттар ҡәнәғәт. Һораусыларға өйҙәренә тиклем алып барып бирә. Уларҙың ыңғай баһаһы дәрт, көс өҫтәй, артабан тырышып эшләргә этәй.

- Бының менән генә туҡтап ҡалғым килмәй. Ҙурыраҡ кафе асырға ине. Алла бирһә, булыр. Әйткәндәй, беҙ ғаиләбеҙ менән барыбыҙ ҙа - дин юлында. Ә Алла уға ышанғандарға юл аса. Шөкөр, әле ҙур табыш алып эшләмәһәм дә, етә. Элекке эш хаҡы менән сағыштырырлыҡ түгел, күпкә яҡшыраҡ. Етмәһә, үҙеңдең ваҡытыңды ла үҙең планлаштыраһың. Хәҙер мин ярымфабрикаттарҙы үҙем эшләмәйем, ярҙамсыларым бар, - ти Зөлхәмиҙә Шәрифйән ҡыҙы.

Йүнсел яҡташыбыҙға уңыштар ғына юлдаш булһын! Тәмле ризыҡ менән баш ҡалала йәшәүселәрҙе артабан да ҡыуандырып торһон.

Әбйәлил ҡыҙының Өфөлә үҙ эшен асҡаны
Әбйәлил ҡыҙының Өфөлә үҙ эшен асҡаны
Әбйәлил ҡыҙының Өфөлә үҙ эшен асҡаны
Әбйәлил ҡыҙының Өфөлә үҙ эшен асҡаны
Әбйәлил ҡыҙының Өфөлә үҙ эшен асҡаны
Әбйәлил ҡыҙының Өфөлә үҙ эшен асҡаны
Әбйәлил ҡыҙының Өфөлә үҙ эшен асҡаны
Әбйәлил ҡыҙының Өфөлә үҙ эшен асҡаны
Әбйәлил ҡыҙының Өфөлә үҙ эшен асҡаны
Автор: Лилиә Фазлетдинова
Читайте нас