+17 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар

Тупаҡ ауылы халҡы ни өсөн ҡыуана?

Был көндө былтырҙан бирле түҙемһеҙләнеп көткәйнеләр. Ниһайәт, Әбйәлил районының Тупаҡ ауылында 120 уҡыусыға иҫәпләнгән мәктәп һәм 60 урынлыҡ балалар баҡсаһы асылды. Был ҡыуаныслы ваҡиға менән «Бәйләнештә» селтәрендә район хакимиәте башлығы Илдар Нафиҡов та бүлешә.

«Мәктәп һәм балалар баҡсаһы республикабыҙҙың 100 йыллығы уңайынан төҙөлдө. Белем биреү учреждениеһы бөтә стандарттарға яуап бирә. Эште сифатлы башҡарғандары өсөн – бөтә төҙөүселәргә, ә халыҡҡа сабырлыҡтары һәм аңлауҙары өсөн рәхмәтемде белдерәм», – тип яҙа ул.
Яңы асылған мәктәп ҡаланыҡынан бер ҙә ҡалышмай, бында уҡыу һәм физик яҡтан ныҡ булыу өсөн бөтә уңайлы шарттар тыуҙырылған. Спорт залы ла ҙур, рәхәтләнеп спорт менән шөғөлләнергә мөмкинлек бирә. Ҡыҙҙар һәм малайҙарға тырышып уҡырға, атай-әсәйҙәрен «дүртле» һәм «бишле»ләр менән генә һөйөндөрөргә ҡала инде.
Читайте нас: