+17 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Тәнәфес
8 Август 2022, 13:25

Салауат һүҙе

Юлбаҫарҙар түгел инек беҙ,

Лайыҡ инек илде яҡлауға.

Айбарланып хаҡлыҡ өсөн гел

Йән аямай аттыҡ дошманға.

 

Ул дошмандың аты батшалыҡ –

Ләкин беҙҙең өсөн ят халыҡ,

Ысын яуҙы шунан башланыҡ.

 

Салауат мин, улы халҡымдың,

Атай, бирсе миңә атымды.

Ләғнәт төшһөн дошман башына,

Азатлыҡ, тип күңел ашҡына.

Ул яуҙарҙан еңеп ҡайтмаһаҡ,

Алғы сафҡа илем баҫмаһа,

Толҡа тапмам осоп асманға!

Зөһрә КАШАПОВА.

Әбйәлил районы, Асҡар ауылы.

Фото: kalendar2019.ru

 

Автор:Юлиә Кирәева
Читайте нас: