+25 °С
Дождь
VKOKTelegram
Тәнәфес
20 Марта 2023, 11:50

Йәш химиктарға еңеү теләйбеҙ!

Бөтә Рәсәй олимпиадаһының химия буйынса финалында Башҡортостандан биш уҡыусы ҡатнаша. Өсәүһе республика инженер интернат-лицейынан: Фаил Мәҡсүтов, Эмиль Ғәлинуров, Вадим Харисов. Динис Ғизәтуллин - Стәрлетамаҡтағы 3-сө башҡорт интернат-лицейынан, Рафаэль Латипов - Бөрөләге 8-се мәктәптән.

Йәш химиктарға еңеү теләйбеҙ!Йәш химиктарға еңеү теләйбеҙ!
Йәш химиктарға еңеү теләйбеҙ!

Улар әле Ҡара диңгеҙ буйындағы "Сириус" мәғариф үҙәгендә.

Олимпиада 3 турҙан тора. Ә еңеүселәрҙе бүләкләү тантанаһы 23 мартта үтәсәк. Йәш химиктарға уңыштар теләйбеҙ, һынатмағыҙ!

Әйткәндәй, уҡыусыларҙың Бөтә Рәсәй олимпиадаһының йомғаҡлау этабы 16 мартта башланды һәм 30 апрелгә тиклем барасаҡ.

Фото: "Бәйләнештә" селтәренән.

Автор:Эльвира Әсәҙуллина
Читайте нас