+28 °С
Болотло
VKOKМакс
Тәнәфес
21 Март 2023, 08:20

Итле бәлеш

Ике йомортҡа, ярты балғалаҡ тоҙ, бер стакан он, бер стакан кефир, бер балғалаҡ сода алабыҙ.

Итле бәлешИтле бәлеш
Итле бәлеш
Эслек өсөн 300 грамм фарш, ике-өс баш башлы һуған, тоҙ, борос кәрәк.
 
Тәүҙә кефирҙы сода менән бутап, биш минут ултыртып торабыҙ. Шунан башҡа ингредиенттарҙы ҡушып, ҡамыр баҫабыҙ.
 
Форманы майлап, ҡамырҙың бер өлөшөн йәйеп һалабыҙ.
 
Артабан эслеккә тотонабыҙ. Фарш менән һуғанға тоҙ, борос, ҡушып бутайбыҙ ҙа ҡамырҙың өҫтөнә һалабыҙ. Ҡалған ҡамыр менән өҫтөн ҡаплайбыҙ.
 
Мейесте 170 градусҡа тиклем йылытып, 40 минут тирәһе бешерәбеҙ.
 
Сығанаҡ һәм фото: bashgazet.ru
Автор:Юлиә Кирәева
Читайте нас