+24 °С
Ямғыр
VKOKМакс
Тәнәфес
24 Март 2023, 12:35

Ҙур бәлеш

Кәрәк буласаҡ: 200 грамм аҡ май йәки маргарин, 200 грамм йылы һыу йәки һөт,  1 балғалаҡ тоҙ, 1 ҡалаҡ шәкәр ҡомы һәм самалап он.

Эслек өсөн: ярты килограмм йәки 1 килограмм ҡош ите, ярты килограмм йәки 1  килограмм картуф, 2 баш һуған,  әҙерәк үҫемлек майы йәки тоҙлоҡ майы (ошоларҙы ҡушһаң, һыу ҡойорға кәрәкмәй, картуф тәмле булып бешә).

Ҙур бәлеш 180 градус эҫелектәге мейестә 2 сәғәттән һуң бешеп сыға. Тик сәғәт ярым үткәс, әҙерәк кенә һурпалы тоҙлоҡ майын өҫтәргә лә, бәлештең өҫтөн ҡурғаш менән ҡаплап, тағы 30 минут тоторға кәрәк.

Сығанаҡ һәм фото: vk.com

Ҙур бәлеш
Ҙур бәлеш
Ҙур бәлеш
Автор:Зөһрә Хәкимова
Читайте нас