Тегеһе шунда уҡ: «Һинең тоҡсайыңда ни ятҡанын ҡайҙан беләйем, өҫтәүенә, нисәү икәнен? Мин бит күрәҙәсе түгел!» – тип яуап биргән, имеш.
Уҡыусыларға (айырыуса башланғыс мәктәп балаларына) бына шуның һымаҡ иғтибар, тиҙ генә яуап талап иткән ифрат ябай, мауыҡтырғыс мәсьәләләр тәҡдим итәм. Ҡыҙыҡлы математика тип атарға була уларҙы. Тик дуҫыңа һорауҙы дөрөҫ кенә итеп бирә белергә кәрәк. «Тиҙ генә яуап бир!» тип ҡабаландырһаң, уйын ҡыҙығыраҡ була.
1. Иң бәләкәс өс урынлы һан нисә?
2. Ҡайһы айҙа 28-се һәм 29-сы көндәр бар?
3. Һағынып көткән ҡояшлы февраль айы ла килеп етте, 2 слива һәм 3 алмағас сәскә атты, бөтәһе нисә ағас сәскә атҡан?
4. Бер термометр – минус 6 градусты, ә өс термометр нисә градусты күрһәтер ине?
5. Һарай ҡыйығында 11 турғай ултыра ине. Бер ҙур ҡара бесәй, боҫоп ҡына килеп, ҡапыл ташланып, берәүһен тотоп алып ҡасты. Ҡыйыҡта нисә турғай ҡалды?
6. Ҡаланан ауыл яғына табан 4 машина китеп бара, уларҙың ҡаршыһына 3 автобус осрай. Бөтәһе ҡалаға нисә автотранспорт китеп бара?
7. 4 мөйөшлө өҫтәлдең 2 мөйөшөн бысып ташлаһаң, уның бөтәһе нисә мөйөшө ҡала?
8. Ике ишәк йөк тейәп китеп бара. Береһенә 10 килограмм мамыҡ тейәлгән, икенсеһенә – 10 килограмм таш. Ҡайһы ишәккә ауырыраҡ: мамыҡ тейәлгәнгәме, әллә таш тейәлгәненәме?
9. Океанда 5 акула йөҙөп килә. Икәүһе тәрәндә бер көтөү ваҡ балыҡтарҙы күреп, кинәт кенә улар артынан төпкә сума. Океанда барыһы нисә акула ҡала?
10. Һарайҙың 4 мөйөшөндә 4 бесәй бер-береһенә ҡарашып ултыра. Һәр бер бесәйҙең ҡаршыһында өсәр бесәй. Һарай эсендә барыһы нисә бесәй?
11. 3 бесәй артҡы тәпәйендә баҫып тора. Уларҙа бөтәһе нисә тәпәй?
12. Ни өсөн беҙ ҡайсаҡ 9 һанына ҡарайбыҙ ҙа – «21» тип, ә 3 һанына ҡарап «15» тип әйтәбеҙ?
13. Бер туған 5 ағай-эненең берәр һеңлекәше бар. Был ғаиләлә бөтәһе нисә бала?
14. Өкө бер аяғында ғына баҫып торһа, 4 килограмм тарта. Ә ике аяғына ла баҫҡан хәлдә был ҡош күпме тартыр ине?
15. Әгәр төн уртаһында көслө, йәшенле ямғыр яуһа, 48 сәғәттән көндөң ап-аяҙ, ҡояшлы булып китеүе мөмкинме?
Хәлил ҺӨЙӨНДӨКОВ.
Сибай ҡалаһы.
Фото: ya.ru.