-2 °С
Ҡар
VKOKTelegram
Бөтә яңылыҡтар
Тәнәфес
21 Февраль , 12:00

Сүрәкәгә ҡар бәреш

Был уйын ҡыш көндәрендә мәктәп майҙансығында йәки урамда уйнала.

Сүрәкәгә ҡар бәреш
Сүрәкәгә ҡар бәреш

Әҙерлек. Остары ҡыя итеп киҫелгән 20 сантиметр оҙонлоғондағы ике ағас ки­ҫәге — сүрәкә һәм 60 – 70 сантиметрлы шыма итеп юнылған ике таяҡ алына. Таяҡтарҙы яртылаш ҡарға баҫтырып ҡуйығыҙ. Аумаһындар өсөн тирә-яғындағы ҡарҙы тапап сығырға кәрәк. Аралары – 5 – 6 аҙым. Уларҙан ары — ун аҙым самаһынан сик һыҙығы үткәрелә, ә бирге яҡтан ете-һигеҙ аҙым алыҫлыҡта шаҡмаҡ­тар — «ҡәлғә»ләр эшләнә. Тағы егерме аҙым үлсәп, «ҡәлғә»ләрҙән артта уйнаусылар теҙелә торған һыҙыҡ үткәрелә.
Уйындың аңлатмаһы һәм ҡағиҙәләре. Уйында ике тигеҙ төркөм ҡатнаша (һәр ҡайһыһында 5 – 10 кеше). Һәр ике яҡтан бер бала, өс ҡар йомғағы йомарлап алып, уйын башланыу менән «ҡәлғә»гә йүгерә.
Ошонан тороп, йомарланған ҡарҙарҙы ул сүрәкәгә ата һәм уны бәреп төшөрөргә тырыша. Әгәр сүрәкәне ҡолатһа, тиҙ генә йүгереп барып, уны урынына ҡуя ла үҙ яғына әйләнеп ҡайта. Ул иптәштәре теҙелгән һыҙыҡты атлап сығыу менән «ҡәлғә»гә сираттағы икенсе бала йүгерә, ул да ҡар йомғаҡтарын сүрәкәгә бер-бер артлы бәрә.
Әгәр бәреп тә тейҙерә алмаһа, уның яғындағы бөтә балалар сик һыҙығына йүгерә һәм үҙ урынына урап килә. Сүрәкәгә тейҙерә алмаған уйнаусы ла иптәштәренә ҡушыла. Артабан, барыһы ла сик һыҙығын урап килгәс, нәүбәттәге бала «ҡәлғә»гә йүгерә һәм «атыш»ты дауам итә. Бер яҡтың бөтә уйнаусылары ла сүрәкәгә ҡар бәреүҙә ҡатнашып бөткәс, ярыш тамамлана. Ҡар бәреүҙе беренсе булып тамамлаған төркөм ота. Еңеүселәргә икенсе яҡтан нисә кеше ҡар атырға өлгөрмәгән, шул саҡлы мәрәй яҙыла. Уйын яңынан башлана.
Уйындың әһәмиәте. Мәргәнлеккә һәм етеҙлеккә өйрәтә, иптәшлек тойғоһон үҫтерә.


Ишмөхәмәт ҒӘЛӘҮЕТДИНОВтың "Башҡорт халыҡ балалар уйындары" китабынан алынды.

Фото: ya.ru.

Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас: