-3 °С
Ҡар
VKOKTelegram
Бөтә яңылыҡтар
Тәнәфес
26 Июнь , 12:11

Кем иң күп һүҙ төҙөр?

Гәзитебеҙҙе иғтибар менән уҡып барған дуҫтарыбыҙ яуаптарын ебәрә башланы ла инде. 25-се һанда уйын иғлан иткәйнек. Һеҙ ҙә уға ҡушылығыҙ!

Кем иң күп һүҙ төҙөр?
Кем иң күп һүҙ төҙөр?

Дуҫтар, бәләкәй генә уйын ойоштороп алайыҡ әле. Беҙ бәләкәй саҡта бер оҙон һүҙҙән яңы һүҙҙәр уйлап табырға ярата инек. Айырыуса «Башҡортостан» һүҙенән бик күп ҡыҫҡа ғына һүҙҙәр уйлап сығарырға була: ҡор, ҡот, аш, ҡорт, ҡарт, таш...

Бөгөн һеҙгә, ҡәҙерле уҡыусыларыбыҙ, «ҠАРЫШЛАУЫҠ» тигән һүҙҙе тәҡдим итәбеҙ. Кем нисә яңы һүҙ төҙөр икән? Улар «кем?», «нимә?» һорауҙарына ғына яуап бирергә тейеш.
Яуаптарығыҙҙы беҙҙең почтаға йә «Бәйләнештә» селтәрендәге төркөмөбөҙгә яҙһағыҙ, бик шәп булыр ине! Беренсе булып иң күп һүҙ табыусыны сюрприз көтә, ә еңеүсенең исем-фамилияһын киләһе «Тәнәфес»тә күрергә мөмкин булыр. Башланыҡ!

Автор:Лилиә Фазлетдинова
Читайте нас: