-3 °С
Ҡар
VKOKTelegram
Бөтә яңылыҡтар
Тәнәфес
27 Июнь , 12:24

Йылым

Әҙерлек. Уйнаусылар, һанашмаҡ әйтеп, ике баланы «йылым» итәләр, ҡал­ғандары «балыҡ» ролен башҡара.

Йылым
Йылым

Уйындың аңлатмаһы. Ике бала етәкләшеп «балыҡтар»ҙы баҫтыра башлай. Тотолған һәр береһе уларға ҡушыла бара. Тәүҙә ике кешенән генә торған «йылым» тора-бара киңәйеп китә, ҡал­ған «балыҡтар»ҙы тотоуы еңелләшә. Йылымды кәүҙәләндергән балалар һәр ваҡыт етәкләшеп йөрөйҙәр. Әгәр «балыҡ» ҡулдарын өҙөп ҡаса икән, ул тотол­ғанға иҫәпләнмәй.
Иң аҙаҡ тотолған бала иң йылғыр, шыма «балыҡ» булып таныла.

Ишмөхәмәт ҒӘЛӘҮЕТДИНОВтың «Башҡорт халыҡ балалар уйындары» китабынан.

Автор:Лилиә Фазлетдинова
Читайте нас: