-3 °С
Ҡар
VKOKTelegram
Бөтә яңылыҡтар
Тәнәфес
29 Июль , 17:49

Кем иң күп һүҙ төҙөгән?

Гәзитебеҙҙең 25-се һанындағы “Тәнәфес”тә “ҠАРЫШЛАУЫҠ” һүҙенән яңы һүҙҙәр табырға ҡушылғайны. Беренсе булып Салауат районының Арҡауыл ауылынан ағалы-ҡустылы Динар Иҙрисов менән Данил Ғибәҙуллин яуап яҙып ебәрҙе. Улар 36 һүҙ тапҡан.

Кем иң күп һүҙ төҙөгән?
Кем иң күп һүҙ төҙөгән?

Архангел районы Ҡыҫынды ауылынан 10 йәшлек Илизә Салауатова ла һоҡландырҙы. Ул яуабын саҡ ҡына һуңыраҡ – икенсе булып ебәрҙе. Илизә 39 яңы һүҙ төҙөй алған!
Белорет районы Инйәр ҡасабаһынан Ынйы Абзалова ла (10 йәш) маҡтауға лайыҡ – 27 һүҙ тапҡан.
Ошо дуҫтарыбыҙҙан беҙҙең менән бәйләнешкә сығыуҙарын һорайбыҙ. Карталарына туңдырмалыҡ аҡса күсерербеҙ. Ә артабанғы һүҙ – УМАРТАСЫЛЫҠ.
Йәгеҙ, кемегеҙ барыһын да уҙҙырыр? Яуаптарығыҙҙы “Бәйләнештә” төркөмөндә һәм электрон почтаға ҡабул итәбеҙ! Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, һүҙҙәр «кем?», «нимә?» һорауҙарына яуап бирергә тейеш.

Автор:Лилиә Фазлетдинова
Читайте нас: