-2 °С
Ҡар
VKOKTelegram
Бөтә яңылыҡтар
Тәнәфес
30 Июль , 11:00

Уйнайыҡ бергәләшеп!

Балалар түңәрәккә баҫа. Уйынды ойоштороусы ике уйнаусыны түңәрәк эсенә саҡырып сығара һәм уларҙың күҙен бәйләй.

Уйнайыҡ бергәләшеп!
Уйнайыҡ бергәләшеп!

Күҙе бәйләнгән­дәр­ҙең аяҡ аҫтына бәшмәк рәүешендә бер нисә әйбер ҡуйыла. Уйынды ойоштороусы күҙе бәйләнгәндәргә бер минут эсендә «бәшмәктәр»ҙе йыйып бөтөрөргә бойороҡ бирә. Түңәрәк эсендәгеләр төртөшә-төртөшә «уңыш» йыя башлай. Кем билдәләнгән ваҡытта күп «бәшмәк» йыйып өлгөрә, шул еңеүсе тип иғлан ителә. Түңәрәк эсенә башҡа уйнаусылар сыға. Был уйынды ике тигеҙ төркөмгә бүленеп тә уйнап була.

Ишмөхәмәт ҒӘЛӘҮЕТДИНОВтың «Башҡорт халыҡ балалар уйындары» китабынан.

Автор:Лилиә Фазлетдинова
Читайте нас: