-3 °С
Ҡар
VKOKTelegram
Бөтә яңылыҡтар
Тәнәфес
30 Август , 21:08

Кем иң күп һүҙ төҙөгән?

Гәзитебеҙҙең 29-сы һанындағы «Тәнәфес»тә «УМАРТАСЫЛЫҠ» һүҙенән яңы һүҙҙәр табырға ҡушылғайны. Кемдәр иң отҡоро булып сыҡты һуң?

Кем иң күп һүҙ төҙөгән?
Кем иң күп һүҙ төҙөгән?

Сибай ҡалаһынан Ынйыҡай, Алтынай һәм Кәримә Аҡмановалар 97 һүҙ яҙып ебәргән.
Дәүләкән ҡалаһынан апалы-һеңлеле Сабрина (9 йәш) менән Аделина (7 йәш) Ҡансуриналар 45 яңы һүҙ тапҡан.
Белорет районы Инйәр ҡасабаһынан Ынйы Абзалова (10 йәш) 35 һүҙ төҙөгән.
Афарин, дуҫтарыбыҙ! Киләһе һүҙҙе иғлан итәбеҙ: БИЛДӘҺЕҘЛЕК. Кем нисә яңы һүҙ төҙөй алыр икән? Яуаптарығыҙҙы «Бәйләнештә» төркөмөндә һәм электрон почтаға ҡабул итәбеҙ. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ: һүҙҙәр «кем?», «нимә?» һорауҙарына яуап бирергә тейеш.

Автор:Лилиә Фазлетдинова
Читайте нас: