-3 °С
Ҡар
VKOKTelegram
Бөтә яңылыҡтар
Тәнәфес
30 Август , 14:01

Омонимдарҙы табығыҙ

Был шиғырҙарҙа омоним һүҙҙәрҙе табырға кәрәк. Яҙылыштары бер үк, мәғәнәләре төрлө булған һүҙҙәр шулай аталғанын беләһегеҙҙер. Башланыҡ!

Омонимдарҙы табығыҙ
Омонимдарҙы табығыҙ

Ҡыҙарҙы

Уҡытыусы ҡыҙартты
Бөгөн Алмастың битен.
Ни өсөн тигәндә, ул
Китаптың йыртҡан битен.

Түңәрәк

Тирә-яҡта – күп түңәрәк...
Нимәгә улар кәрәк?
Бөгөн беҙ һыҙҙыҡ дәрестә
Фигуралар түңәрәк.
«Бесәй-сысҡан» уйнағанда
Баҫтыҡ яһап түңәрәк.
Мин йөрөйөм түңәрәккә:
Файҙалы ул, ныҡ кәрәк.
Өләсәйем әйткәне бар:
«Донъя бит ул түңәрәк...»
Ер шарыбыҙ ҙа түңәрәк-
Түңәрәктәр бик кәрәк!

Туңдырма

Әсәһе бирҙе йөҙҙө:
«Магазиндан ал алма.
Алып ҡуйма туңдырма,
Тамағыңды туңдырма».
Бер ҡолағынан инеп,
Икенсеһенән сыҡты.
Ҡыҙыҡай магазиндан
Ҡыуанып килеп сыҡты.
Туңдырманы бигерәк
Ныҡ ярата шул Зифа.
Фельдшер апай ҙа әйтте:
«Ангинаға ул шифа».

Йөҙ йәш

Өләсәйҙең балҡый йөҙө:
Бөгөн тыуған көнө – йөҙө.
Бүләктәрҙе беҙ өйәбеҙ,
Шатлыҡҡа тулды өйөбөҙ.

Гүзәл ӘХМӘҘИЕВА, башҡорт теле уҡытыусыһы.
Өфө ҡалаһы, 108-се мәктәп.

 

Фото: yandex.ru.

Автор:Лилиә Фазлетдинова
Читайте нас: