Оҙон тәнәфескә сыҡҡан арала мәктәп урамында балаларҙың сыр-сыу килгән шат тауыштары, уларҙың «Аҡ тирәк – күк тирәк»те һамаҡлағандары әле булһа ҡолағымда сыңлай… Уҡытыусы апай беҙҙе ике төркөмгә бүлеп, береһенә үҙе лә ҡушылып ала. Ҡапма-ҡаршы тороп, ҡулға-ҡул тотоношоп, сылбыр яһайбыҙ. Бер яҡта торғандар, ҡулдарын дәррәү алға-артҡа хәрәкәтләндереп, көйләп һамаҡлай:
Ҡабырғаһы ҡамсылы,
Тама торған тамсылы,
Аҡ тирәк – күк тирәк,
Беҙҙән һеҙгә кем кәрәк?
Ҡаршы яҡтан берәй баланың исемен ҡысҡыралар. Исеме сыҡҡан уҡыусы йән-фарман йүгереп килеп, сылбырҙы өҙөргә тейеш. Өҙә алһа, үҙенә «әсир» итеп был сылбырҙан берәүҙе алып китә, ә өҙә алмаһа, үҙе «әсир» булып, шунда ҡала. Шунан ҡаршы яҡ сылбыр йырлай:
Күктә, күктә ниҙәр бар?
Сыбар ала ҡоштар бар.
Аҡ тирәк – күк тирәк,
Беҙҙән һеҙгә кем кәрәк?
Уйын дауам итә. Һәр яҡтан сылбырҙы өҙөргә тырышалар.
Еңеүселәр ҙә, еңелеүселәр ҙә әллә ни юҡ һымаҡ, шуғамылыр балалар араһында аңлашылмаусанлыҡ, бәхәс тә сыҡмай, ҡыйырһытылыу ҙа юҡ. Хатта бер яҡтағы сылбыр бөтөнләй бөткән хәлдә лә һис кем үҙен еңелеүсе итеп тоймай. Иң мөһиме – һәр баланың иғтибары бер-береһендә. Саф һауала күңел асылып китә. Тәнәфес ваҡыты үтеп, дежур уҡыусы ҡыңғырауҙы зыңғырҙатҡас, сыр-сыу килеп, көлөшә-көлөшә көр күңел менән синыфтарға инеп ултырышабыҙ. Һәммәбеҙҙең йөҙө алһыуланған, шат. Уҡытыусының һәр һүҙен күңел биреп тыңлайбыҙ…
Сәғәттәр буйы өйҙә диванда, һәр береһе айырым бер мөйөштә «ҡошорайып» телефон ҡарап ултырған бөгөнгө балаларға ошо хаҡта һөйләһәң, хатта ышанғылары ла килмәгәне һиҙелә. Элекке уйындар бөтөнләйгә онотолор һымаҡ та булып китә. Шулай ҙа өмөттө өҙөү ярамай, минеңсә. Бөгөнгө балалар, тигәндәй, элекке уйындарҙы үҙемдең ейәнсәрҙәрем менән уйнағаным бар. Ышанаһығыҙмы – ысын күңел биреп, мауығып китәләр. «Ҡартатай, әйҙә, һәпәләк уйнайыҡ», «Йәшенмәк уйнағым килә», тип бәғзе ваҡыт оло кешене хатта «йығып алып баралар». Үҙең дә онотолоп, улар менән бергә уйнай башлайһың…
Ҡәҙерле уҡыусылар, бына ошондай мауыҡтырғыс уйындарҙы һәр кемегеҙҙең олатай-өләсәйҙәре бик күп белә ул. Уларҙан бына шундай уйындарҙы өйрәнеп алығыҙ. Хәрәкәттә – бәрәкәт. Уңыштар һеҙгә, ҡәҙерле балалар!
Хәлил ҺӨЙӨНДӨКОВ.
Сибай ҡалаһы.