

1. Дошмандары булһа ҡыҙыл төлкө,
Салауат та батыр – ... .
Уҡ-һаҙағы менән дошмандарын
Мәргән генә ата алыҫтан.
Халыҡ йырынан.
2. Салауат Юлаевтың Палдиски ҡалаһындағы һәм «Янғантау» шифаханаһындағы һәйкәлдәре скульпторы.
3. Шағирә Тамара Искәндәриә поэмаһы.
4. «Салауат саҡырыуы» пьесаһы авторы.
5. Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты, Башҡортостандың халыҡ шағиры.
6. Һин алыҫта минән, ...!
Тыуған төйәк бигерәк аяулы.
Ҡайтыр инем дә бит, башҡорттар,
Аяҡтарым минең бығаулы!
Салауат Юлаев.
7. Мостай Кәримдең «Салауат. Өн аралаш ете төш» трагедияһынан персонаж.
8. «Яҙмыш менән алыш» хикәйәһе авторы исеме.
9. Салауат быуатҡа бер тыуа,
Батырҙар хәтерҙән юйылмаҫ.
Башҡортҡа ... бихисап,
Тик халҡым иреккә туйынмаҫ.
Ҡәҙим Аралбай.
10. «Салауаттан һорау алыу» картинаһы рәссамы.
11. «Салауат күпере» хикәйәте авторы.
12. Батырыбыҙҙың шиғырҙарын урыҫсаға тәржемә итеп, «Урал шағирҙары» йыйынтығында баҫтырған шағирә.
13. Салауат Юлаевтың исем-шәрифен үҙенә ҡушамат итеп алған Никарагуаның азатлыҡ өсөн көрәшсеһе ... Лопес.
Ф. СӘЛИХОВ төҙөнө.