+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар

Дүрт йәш кенә, тимәгеҙ…

Өфөлә була был хәл. Киске етеләр тирәһе. Алёша Гребешков велигында тегеләй-былай елдереп, рәхәтләнә генә. Эргәһендә атаһы ла ҡарап йөрөй.

Өфөлә була был хәл. Киске етеләр тирәһе. Алёша Гребешков велигында тегеләй-былай елдереп, рәхәтләнә генә. Эргәһендә атаһы ла ҡарап йөрөй. Бер мәл ҡыҙыҡһыныусан малай төтөн сыҡҡанын күреп ҡала. «Атай, ҡара әле, нимәлер яна! Барып киләйек. Бәлки, кемгәлер ярҙам кәрәктер», – ти 4 йәшлек кенә малай ололарса. Күндерә атаһын. Барһалар, ҡоро үлән яна икән. Бер кем дә юҡ, етмәһә. Ут эргәләге эшселәрҙең йәшәгән еренә етеп кенә бара. Бында ла Алёша юғалып ҡалмай: «Янғын һүндереүселәрҙе тиҙерәк саҡыра һал», – тип атаһына ҡысҡыра.
Беренсе ҡаттың тәҙрәһенә туҡылдатҡас, бөтә эшселәр ҙә урамға йүгереп сыға. Ҡотҡарыу­сылар ҙа килеп етә. Алёшаның ҡыйыу аҙымы арҡаһында бер кем дә зыян күрмәй. Йорт та ҡотҡарыла. Янғын һүндереүселәр был малай тураһында белгәс, үҫә төшкәс, үҙҙәренә эшкә килергә саҡыралар.
Читайте нас: