+13 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар

Ҡыйыуҙарға – бүләктәр

«Ҡурҡмаҫ йөрәкле, батыр балалар булғанда республикабыҙ үҫешәсәк, йәшәйәсәк әле». Шулай тип белдерҙе Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров йәш геройҙарҙы бүләкләү тантанаһында.

«Ҡурҡмаҫ йөрәкле, батыр балалар булғанда республикабыҙ үҫешәсәк, йәшәйәсәк әле». Шулай тип белдерҙе Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров йәш геройҙарҙы бүләкләү тантанаһында.
Ошо сараға әсәйҙәре менән ете бала килгәйне. Уларҙың иң кесеһе – Өфөнән дүрт йәшлек Алексей Гребешков. Малай күрше йортта янғын сыҡҡанын күреп, атаһына хәбәр иткәне өсөн төбәк етәксеһенән Рәсәй Ҡотҡарыусылар союзының Рәхмәт хатын алды.

Хәйбулла районының Һамар ауылынан ун йәшлек Байназар Хәйбуллиндуҫы Илназ бәүелсәктән ҡолап, маңлайын йәрәхәтләгәс, күп уйлап тормай, уны велосипедына ултыртып, медицина пунктына алып бар­ған. Малайҙы Рәсәй Ҡотҡарыусылар союзының «Ғүмерҙе ҡотҡарған өсөн» миҙалы менән бүләкләнеләр.

Күгәрсен районының Мораҡтағы Зәйнәб Биишева исемендәге мәктәптә V синыфта уҡыусы Азамат Арапов та ҡыйыулығы менән һоҡландырҙы. Ул кескәй генә ҡыҙҙы һыуға батыуҙан ҡотҡарған.

Стәрлетамаҡ районының Талас ауылынан 9 йәшлек Илһөйәр Бикҡолова – йәш ҡот­ҡарыусылар араһында берҙән-бер ҡыҙ кеше. Ул музыка, бейеү, һүрәт төшөрөү менән мауыға. Илһөйәргә Рәсәй Ҡотҡарыусылар союзының «Кеше ғүмерен ҡотҡарыуҙа ҡыйыулығы өсөн» миҙалы тапшырылды.
Герой балаларҙың иң өлкәне – Ишембай районының Үрге Этҡол ауылынан Ирек Үмәрбаев,уға – 14 йәш. Үҫмер яңғыҙ йәшәгән инәйҙең йорто яна башлауын күреп, атаһына әйтергә тип өйөнә йүгергән. Һуңынан, уның килгәнен көтмәйенсә, күршеһенә ярҙамға ашыҡҡан.
Боҙло һыуҙа дуҫын ҡотҡарған өсөн Бәләбәй районынан туғыҙ йәшлек Фәдис Сәлимгәрәев һәм ете йәшлек малайға ян­ған йорттан сығырға ярҙам иткән Өфөләге 51-се мәктәптең V синыф уҡыусыһы Стёпа Литвинов та Рәсәй Ҡотҡарыусылар союзының наградаларына лайыҡ булды.
Читайте нас: