+13 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар

Бәлә – аяҡ аҫтында!

Яҙғы боҙға ярҙай булһа ла, ышанма, көҙгө боҙға көҙгөләй булһа ла, ышан, тиһәләр ҙә, һәр саҡ һаҡ булырға кәрәк. Бәлә аяҡ аҫтында ғына!

Яҙғы боҙға ярҙай булһа ла, ышанма, көҙгө боҙға көҙгөләй булһа ла, ышан, тиһәләр ҙә, һәр саҡ һаҡ булырға кәрәк. Бәлә аяҡ аҫтында ғына! Элегерәк был ваҡытта ер ап-аҡ ҡар аҫ­тын­да, йылғалар ҙа ҡалын боҙ менән ҡапланған була торғайны. Ә хәҙер миҙгелдәр ҙә һуңлап килә. Көндәр һаман йылы тора әле. Боҙға ла ышаныс юҡ. Шулай икән, һаҡ булығыҙ, дуҫтар.

Архангел районы үҙәгендә III синыфта уҡыған батыр ҡыҙ әхирәтен бәләнән ҡотҡара. Улар кискә табан мәктәптән бергә ҡайтырға сыға. Асҡын йылғаһы янына еткәс, иптәше йоҡа боҙ өҫтөнә баҫа, әммә ул ярылып китеп, ҡыҙыҡай һыуға төшөп китә. Шул саҡ Зарема юғалып ҡалмай, әхирәтен тартып сығарып, өйөнә тиклем оҙатып ҡуя.

Зарема Абдрахманова Архангелдағы 1-се мәктәптең кадет синыфында уҡый.
Читайте нас: