+17 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар

Бер ҙә ҡурҡып ҡалмаған!

Заринаның батырлығы күптәргә өлгө булырлыҡ! Ҡыҙ кеше булһа ла, бер ҙә ҡурҡып ҡалмаған.

Йорттарында янғын сығыуын хәбәр итеүсе ҡоролманың көслө тауышын ишеткәс, коридорҙарында утты күреп ҡала ла йәһәт кенә өс бәләкәй ҡустыһын тәҙрә аша сығара һала. Ҡыҙ үҙе өсөн ҡурҡмаған, иң тәүҙә ҡустыларын уйлаған. Әлдә әле күршеһе лә ярҙамлашҡан.
Был ҡыйыу аҙымы өсөн Шарандағы 2-се мәктәптең IX синыф уҡыусыһы Зарина Зәкиеваны республикабыҙҙың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитетының авария-ҡотҡарыу хеҙмәте начальнигы Владимир Темашев «Батырлыҡ өсөн» миҙалы һәм планшет менән бүләкләне. Район хакимиәтенән – Рәхмәт хаты һәм кеҫә телефоны, ә мә­ғариф бүлегенән уҡыу кәрәк-яраҡтары менән портфель тапшырылды.

Г. ФАКИЛОВА.

Читайте нас: