-4 °С
Болотло
VKOKTelegram
Бөтә яңылыҡтар

Ҡыйыу йөрәклеләр бүләкләнде

Кисә бәләгә тарыусыларҙы ҡотҡарған ҡыйыу йөрәкле, батыр балалар «Ҡайнар йөрәк» билдәһе, диплом менән бүләкләнде. Уларҙы Башҡортостандың баш федераль инспекторы Михаил Закомалдин тәбрикләп, шундай ҡыйыу ҡыҙҙар һәм малайҙар үҫтергәндәре өсөн атай-әсәйҙәренә ҙур рәхмәт белдерҙе.

Бындай оло награданы быйыл республикабыҙҙан ике малай һәм бер ҡыҙ алды. Бәләбәйҙән Фәдис Сәлимгәрәев 8 йәшлек дуҫын боҙ аҫтына китә яҙыуҙан ҡотҡарһа, Күгәрсен районынан Азамат Арапов һыуҙа өйөрмәгә эләгеп бата башлаған ҡыҙҙың ғүмерен һаҡлап, тәүге ярҙам күрһәтә. Архангел районынан Зарема Абдурахманова ла боҙ ярылып һыуға төшөп киткән әхирәтен сығарыу әмәлен таба.
Әйткәндәй, «Ҡайнар йөрәк» тип исемләнгән билдә 2013 йылдан бирелә башлай, 6 йыл эсендә уға илдең төрлө төбәктәренән йөҙҙәрсә бала лайыҡ була. Шулай уҡ кеше бәләһенә битараф ҡалмаған, ярҙам ҡулы һуҙа белгән ҡыйыу йөрәкле балалар «Орлёнок» лагерына юллама менән дә бүләкләнә. Быйыл был бүләккә илдең төрлө төбәктәренән 140 малай һәм ҡыҙ, 5 ойошма лайыҡ булған да инде.
Читайте нас: