-3 °С
Ясна
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар

Үлгәндән һуң – Батырлыҡ ордены

Сатыр буйынса күршеләрен ҡотҡарырға теләгәндә ғүмере өҙөлгән 11 йәшлек Леша Мартыненкоға үлгәндән һуң Батырлыҡ ордены бирелде. Бындай ҡарарға Рәсәй Президенты Владимир Путин ҡул ҡуйған.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 23 июлгә ҡараған төндә Хабаровск крайындағы «Холдоми» тау-саңғы комплексында урынлашҡан балалар сатыр лагерында янғын сығып, бер ғәйепһеҙ дүрт баланың ғүмере өҙөлдө, һигеҙе тән йәрәхәттәре алды.
Читайте нас: