-3 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар

Рәмзилдең ҡыйыулығы күптәргә өлгө

Июль айының эҫе көндәрендә була был хәл. Рәмзил төштән һуң әсәһенән рөхсәт һорай ҙа Димдә һыу инеп килергә була.

Дуҫтары уны йылға буйында ҡаршы ала. Бер саҡ инде йөҙә башлағас ҡына, ярҙан: «Ма­лайҙар, ярҙам итегеҙ, унда бер ҡатын батып ба­ра!» – тигән тауыш ишетә. Рәмзил, бер ҙә уйлап тормай, ярҙамға ашыға. Йылға уртаһында һушын юғалтҡан ҡатынды һыу өҫтөнә сығара, тик ярға тиклем алып барырға бер үҙенең генә көсө етмәй. Шул саҡта ул ауылдаштары – Салауат Ҡотлобаев, Алик Маликовтарҙы ярҙамға саҡыра. Ә ярҙа Зыя Бикҡужин Салауат менән яһалма тын алдырыу, йөрәгенә массаж эшләйҙәр.

– 10 минут тирәһе минең йөрәгем типмәгән, тын алмағанмын икән, – тип яҙа «Бәйләнештә» селтәрендә ҡотҡарыусыларына рәхмәт белдереп Зилә Яҡупова.

Әлшәй районының Мөхәмәтша Буранғолов исемендәге башҡорт лицейы уҡыусыһы Рәмзил Шәриповтың ҡыйыу аҙымы күптәргә өлгө!

– Минең урында булған һәр кеше шулай эшләр ине инде, – ти батыр егет.

Кеше бәләһенә битараф ҡалмағаны, батып барыусыны ҡот­ҡарған ҡыйыу аҙымы өсөн ошо көндәрҙә район хакимиәте башлығы Дамир Мостафин Рәмзил Шәриповҡа Рәхмәт хаты һәм иҫтәлекле бүләк тапшырҙы.
Читайте нас: