Уларҙың ҡайһы берҙәренә – 7 генә йәш, әммә уйламағанда бәләгә тарыған туғандарына йә таныш түгел кешеләргә ярҙам ҡулы һуҙырға бер ҙә ҡурҡып тормағандар.
12 йәшлек Айнур Яҡупов «Ҡотҡарғанда батырлыҡ өсөн» миҙалын алһа, Рәмзил Шәрипов менән Дмитрий Давидюкка «Ғүмерҙе ҡотҡарған өсөн» миҙалы тапшырылды. Ҡалған йәш батырҙарға Рәсәй ҡотҡарыусылар союзының Маҡтау ҡағыҙҙарын бирҙеләр.
Балаларҙың ҡыйыу йөрәкле, ярҙамсыл булып үҫеүҙәре һоҡландыра, әлбиттә. Әммә тормошта ундай хәүефле ваҡиғаларҙың мөмкин тиклем әҙерәк булыуын теләйек.