Бөтә яҡлап та һәләтле ҡыҙ булып сыҡты Нурия. Ниндәй генә һөнәрҙәре юҡ: матур итеп бейей, йырлай, фортепьянола уйнай, шиғыр ҙа яҙа.
Стәрлетамаҡ ҡалаһының 3-сө лицейында белем ала. Бишенсе синыфта уҡыусы Нурия Насирова беренсенән алып тик «бишле» билдәләренә өлгәшә. Музыка мәктәбендә шөғөлләнергә лә ваҡыт таба. Бигерәк тырыш, өлгөр ҙә инде үҙе!
Нурияны, бәлки, күптәрегеҙ күргәне лә барҙыр әле. Телевидениеға үҙен әллә нисәмә тапҡыр төшөргәндәр. 2018 йылда биш йәшлек малайҙың ғүмерен ҡотҡарып ҡалған бит ул. Ибраҡай тигән ауылда була был хәл. Сана шыуып барған ерҙән малай боҙ аҫтына төшөп китә. Быны күреп ҡалған Нурия тиҙ генә ярҙамға ашыға.
Шундай батыр йөрәкле, һәр яҡлап та шәп ҡыҙ киләсәктә кем булырға теләйме? Сәнғәт юлын һайлайҙыр, тип уйлаһаҡ, яңылышҡанбыҙ икән.
– Хирург булып, кешеләрҙе ҡотҡарырға теләйем. Ҡарт өләсәйем дә: «Кем фортепьянола уйнай, ҡулдары килешеп, шул яҡшы хирург була», – тигәйне. Хәҙер үҙемде әҙерләйем, – ти ул.
Маладис та инде! Бәләкәйҙән шундай ҙур маҡсаттар ҡуйыуы маҡтауға ғына лайыҡ.