+17 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Батырҙар беҙҙең арала
22 Сентябрь 2020, 19:10

Герой-балалар бүләкләнде

Бөгөн Өфөлә "Ҡайнар йөрәк" Бөтә Рәсәй инициативаһы лауреаттарын бүләкләнеләр. Ул тыныс тормошта батырлыҡ күрһәтеп, үҙҙәрен аямай, бәләгә тарыған кешеләрҙе ҡотҡарғаны өсөн балаларға һәм үҫмерҙәргә тапшырыла.

Башҡортостан буйынса баш федераль инспектор Михаил Закомалдин ҡулынан республиканың алты йәш батыр йөрәкле уҡыусыһы "Ҡайнар йөрәк" билдәһен алды. Бәләбәй районынан 8 йәшлек кенә Милена Новикова, мәҫәлән, янғын сыҡҡан өйҙән бәләкәй ҡустыларын һәм 11 айлыҡ ҡына һеңлеһен алып сыҡҡан.
Быйыл был федераль наградаға ил буйынса 185 кеше тәҡдим ителгән, шуларҙың етәүһе үлгәндән һуң...
Фото: Башинформ.
Читайте нас: