+9 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар

Дуҫын ҡотҡарған малай

Һүрәттә һеҙ боҙ аҫтына китә яҙған иптәшен ҡотҡарған батыр малайҙы күрәһегеҙ.

Ҡыш булғанды йәй яҙалар, тип беҙҙе ғәйепләргә ашыҡмағыҙ. Быға тиклем был турала ике малайҙан башҡа берәү ҙә белмәгән шул. Сөнки балалар, ата-әсәләренең көйөүенән ҡурҡып, кешегә һөйләмәҫкә килешкән булған...

Декабрҙә Әбйәлил районының Мораҡай ауылында була был хәл. Ауыл биләмәһендә Яңы йыл ҡаласыҡтары әҙерләү буйынса конкурс иғлан ителә. Шуға ла ир-егеттәр Ҡыш бабай менән Ҡар­һылыу һындарын яһау өсөн Ҡыҙыл йыл­ғаһынан боҙ киҫеп ала. Уйылған урындар йүнләп туңып өлгөрмәгән була. Йылға өҫтөндә шыуып йөрөгән малай­ҙарҙың Аяз исемлеһе, боҙ емерелеп, һыу аҫтына төшөп киткәнен һиҙмәй ҙә ҡала. Ә Вадим Харрасов юғалып ҡалмай, сөнки уҡытыусыһы бындай осраҡта кешене нисек ҡот­ҡарырға кәрәклеген дәрестә һөйләгән була. Ул оҙон таяҡ таба һалып, шыуышып Аяз янына бара һәм бәләгә тарыған дуҫын тартып сығара.

Был көндө өйҙә булмау сәбәпле, атай-әсәйҙәр был хәл тураһында оҙаҡ ҡына белмәй тора. Әммә ваҡиғаны күреүсе-һөйләүселәр аҙаҡтан барыбер табыла.

Вадимдың әсәһен Мораҡай башланғыс мәктәбенә йыйы­лыш­ҡа саҡыралар. Шунда Азалиә Харрасова IV синыфта ғына уҡыған улының батырлығы тураһында уҡытыусыларҙан белә. Вадимға һәм ҡыйыу ул тәрбиәләгән Харрасовтарға Аяздың әсәһе Люциә Исҡужина балаһын ҡотҡарған өсөн рәхмәтен еткерә.

Белгегеҙ килһә, ҡотҡарыусы бәләгә тарыусынан ни бары ике йәшкә өлкән. Ләкин эш йәштә түгел. Вадимдың спорт менән мауығыуы ярҙамға килә. Уны атаһы Белорет районының Абҙаҡ ауылындағы көрәш секцияһына алып йөрөй, малай төрлө ярыштарҙа ҡатнаша. Әйткәндәй, ул уҡыусыларҙың «Гагарин кубогы» олимпиадаһында физкультура буйынса ике йыл рәттән еңеү яулап, түш билдәһе менән бүләкләнгән. Вадим уҡыуҙан да яҡшы билдәләргә генә өлгәшә. Ул — Харрасовтар ғаиләһендә иң өлкән бала һәм ике ҡустыһына абруй һәм өлгө булып тора. Ата-әсәһе лә тәүәккәл, тырыш улдары менән ғорурлана һәм уға ышана, шуға ла кадет мәктәбенә уҡырға китергә теләгенә ҡаршы төшөргә теләмәйҙәр. Беҙ ҙә йәш батыр яҡташыбыҙға тик уңыштар ғына теләйбеҙ.

Мәҡәлә һуңында Вадимдың уҡытыусыһы Раушания Исмәғзәм ҡыҙы Ғаззалова тураһында ла бер-ике ауыҙ һүҙ әйтке килә. Нәҡ уның уҡыусыларына ғәҙәттән тыш хәлдәр килеп тыуғанда үҙеңде нисек тоторға кәрәклеге тураһында һөйләүе лә бәхетһеҙлеккә юл ҡуймағандыр. Юғиһә, бала кеше юғалып, баҙап ҡалыр ине, минеңсә. Бына бит ни тиклем мөһим уҡытыусының дәрестә белем генә түгел, ә тормошта кәрәкле һабаҡтарҙы биреүе лә, бәләгә тарыусыларға ярҙам итергә, ғөмүмән, кешенең кешегә дуҫ һәм иптәш булырға тейешлеген өйрәтеүе лә. Айырыуса бөгөн, ошо изге ҡиммәттәр юғала башлаған заманда...

Рәхимә МУСИНА,

«Осҡон» район гәзите хәбәрсеһе.

Әбйәлил районы.
Читайте нас: