+17 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар

Ҡыйыу егеттәр шундай була!

Радий Хәбиров үҙенең социаль селтәрҙәге сәхифәһендә Данир Мөхәмәҙиевтең ата-әсәһенә рәхмәтен белдерҙе.

Әбйәлил районы Рауил ауылынан 15 йәшлек үҫмер һыуға батып барыусы баланы ҡотҡара һәм тәүге ярҙам күрһәтеп, ғүмерен һаҡлап ҡала.
Олатаһына ҡунаҡҡа килгән булған ул малай.Бер көндө Ҡыҙыл йылғаһына һыу инергә барған.Йылғаға төшкәс, ағын һыуға ҡаршы йөҙә алмай, бата башлай. Шул мәл баҫмала торған Данир батып барыусыны күреп ҡала ла уға ярҙамға ташлана. Тиҙ арала малайҙы эләктереп ала ла иптәштәре менән бергә ярға сығарып, яһалма тын алыу күнекмәләрен эшләй башлай. Һыуҙан сығарғанда йөрәк тибеше лә һиҙелмәгән баланың яйлап ҡына пульсы беленә башлай, ул арала инде өлкәндәр ҙә ярҙамға килеп етә.
“Бына ошондай егеттәрҙән ысын ирҙәр үҫә лә инде. Күп балалы (өс ҡустыһы, ике апайы бар) ғаиләлә үҫкән Данир Мөхәмәҙиевкә ни бары 15 кенә йәш бит әле. Хөрмәтле Әҡлимә һәм Кәрим Мөхәмәҙиевтәр, һеҙгә лайыҡлы балалар тәрбиәләгәнегеҙ өсөн ҙур рәхмәтемде белдерәм! Ғаиләгеҙгә бәхет һәм һаулыҡ теләйем!” – тип яҙған Радий Хәбиров.
Фото: Башинформ
Читайте нас: