+26 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар

Була шундай ҡатын-ҡыҙҙар

Яңыраҡ  "Nordwind" авиакомпанияһының “Өфө-Сочи” рейсы буйынса осорға тейешле самолёт бортында алты айлыҡ ҡына бер сабыйҙың хәле насарайып китә:тын алыуы ауырлаша,ирендәре күгәрә,һуңынан бала аңын юғалта.

Була шундай ҡатын-ҡыҙҙар
Була шундай ҡатын-ҡыҙҙар

 Бортта табип булмағас, ашығыс ярҙам машинаһын саҡырталар. Хәлдең киҫкен икәнен күреп, бортпроводница Наталья Ананских ярҙам бригадаһы килгәнсе бәпескә тәүге ярҙам яһай башлай. Һөҙөмтәлә, бала аңына яйлап килә, ә табиптар килгәндә сабый әсәһенең ҡулында иҙрәп йоҡлаған була.

–Өлкән кешегә ҡарағанда бәләкәс балаға тәүге ярҙам күрһәтеү  күпкә айырыла – бәпестең күкрәк ситлеген имгәтмәҫ өсөн көстө дөрөҫ ҡулланырға кәрәк. Туҡтауһыҙ яһалма һулыш алдырғандан һуң мин сабыйҙы аңына килтерҙем, әсәһе ҡыуанысынан илап ебәрҙе, пассажирҙар дәррәү ҡул сапты. Ашығыс ярҙам баланы ентекләп тикшергәндән һуң беҙгә осорға рөхсәт бирҙе, – тине Наталья.

Эйе шул, Наталья Ананских һымаҡ бортпроводницалар, ысынлап та, алҡыштарға лайыҡ.

Фото: ufa.kp.ru

 

Автор:Дилара Арсаева
Читайте нас: