+26 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар

Радий Хәбиров үҙе ҡотланы

Әбйәлил районы Рауил мәктәбенең VIII синыф уҡыусыһы Данир Мөхәмәҙиевтең батырлығы хаҡында гәзитебеҙҙә яҙғайныҡ инде.

Радий Хәбиров үҙе ҡотланы
Радий Хәбиров үҙе ҡотланы

Ошо көндәрҙә ҡыйыу егет Башҡортостан Башлығы ҡулынан Маҡтау ҡағыҙы алды. Данир осраҡлы рәүештә генә ваҡиға урынында булып, олатаһына ҡунаҡҡа ҡайтҡан малайҙың ғүмерен һаҡлап алып ҡала. Был хәл Ҡыҙыл йылғаһында була. Һыу ингәндә ағымға ҡаршы тора алмай бата башлаған баланы Данир күреп ҡалып, малайҙар менән бергә уны һыуҙан алып сығып, яһалма һулыш яһай башлай. Бер аҙҙан үҫмерҙең пульсы барлыҡҡа килә һәм йөрәге тибә башлай, ул арала инде өлкәндәр ҙә ярҙамға йүгереп килеп етә.

Радий Хәбиров Данирҙың батырлығы тураһында үҙенең сәхифәһендә: “Бына ошондай егеттәрҙән ысын ир-егеттәр сыға. Күп балалы ғаиләлә үҫкән, ун биш йәштә генә булыуына ҡарамаҫтан, ул - ысын  герой. Баланы һыуҙан тартып сығарып ҡына ҡалмай, ә беренсе ярҙам күрһәтеп, уға йәшәү бүләк итә. Балаларын лайыҡлы тәрбиәләгән хөрмәтле ата-әсәһенә ҙур рәхмәтемде белдерәм”, – тип яҙғайны.

Фото: Башинформ

Автор:Дилара Арсаева
Читайте нас: